Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Июль 2023, 06:32

Йәштәргә форум яңы юлдар асыр

Өфөлә “Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк” тигән Бөтә Рәсәй йәштәр форумы үтәсәк.    

Йәштәргә форум яңы юлдар асырЙәштәргә форум яңы юлдар асыр
Йәштәргә форум яңы юлдар асыр

Ул “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформацияларҙың IV халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙғарыла.

Форумдың эшлекле программаһында бер нисә көнүҙәк темалар буйынса дискуссиялар үткәреләсәк. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Йәштәр советы менән берлектә ҡатнашыусылар киләсәк ҡалалар өсөн һанлы кадрҙар булдырыу мәсьәләһен тикшерәсәк. Тәүге тапҡыр “14 йәштә үҙ бизнесың” тигән дискуссия үтәсәк.  

-Һанлы трансформацияны йәш, перспективалы кадрҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға ла йәштәргә был тармаҡта үҙҙәрен үҫтерһен өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим, - тине Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығының проект дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары Дарья Долгих.

“Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда”) сиктәрендә үтә.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас