Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
30 Июнь 2023, 06:13

Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?

Быйыл тәүге дүрт айҙа Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 38 процентҡа артҡан. 

Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?
Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?

Быйылғы йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан Республикаһы менән Ҡырғыҙ Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 38,6 процентҡа артҡан. Был хаҡта “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Башҡортостандың эшлекле делегацияһының Бишкәккә сәфәре барышында билдәле булды.

– Ағымдағы йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға экспорт 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 36,8 процентҡа артҡан. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда беҙ химия продукцияһы менән тәьмин итеү кимәлен һаҡлап ҡалдыҡ һәм металл, аҙыҡ-түлек тауарҙары, машиналар эшләү продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырҙыҡ. Ҡырғыҙстан ағымдағы йылдың тәүге дүрт айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 10 контрагент иле иҫәбенә инде. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоро өсөн Ҡырғыҙстан был һанға инмәгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Делегация составына Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Лилиә Зөлҡәрнәева Һәм Башҡортостан компаниялары вәкилдәре инде:

  • “Дизайн Фабрика Башмебель” йәмғиәте – мебель етештереү;
  • “Агро Грант” йәмғиәте – иген, ҡуҙаҡлы иген, мал аҙығы, майлы культуралар, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтары етештереү;
  • “Делекса” йәмғиәте – дезинфекция саралары етештереү;
  • “КВАДРО” йәмғиәте – техник изоляция етештереү;
  • “Агродас” йәмғиәте – мал аҙығы һәм газон үләндәре орлоҡтарын, ҡуҙаҡлы иген һәм майлы орлоҡтарҙы сәсеү һәм ҡулланыу өсөн етештереү һәм һатыу;
  • "Дәүләкән КХП" йәмғиәте – компания ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә;
  • А.Р. Минһажев шәхси эшҡыуар крәҫтиән-фермер хужалығы – компанияның төп эшмәкәрлек йүнәлеше булып ауыл хужалығы продукцияһы һәм сеймал етештереү тора;
  • “Транс Терминал Лес” йәмғиәте – ағас әҙерләү, сығарыу, ташыу һәм ҡулланыусыларға килтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә;
  • “Башҡортостан игендәре” йәмғиәте – иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шулай уҡ һоро ярмалар етештереү;
  • “Абсолют Дек” йәмғиәте – терраса таҡтаһы, стена панеле һәм ДПК-нан монтаж лагаһы етештереү.

Эш сәфәрендә ҡатнашыусылар 50-нән ашыу осрашыу үткәрҙе. Ҡырғыҙ уҙаҡташтары  Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Потенциаль партнерҙарҙан тыш, Башҡортостан делегацияһында ҡатнашыусылар рәсми ведомстволар вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрҙе: Ҡырғыҙ Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәй Федерацияһының Ҡырғыҙ Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге, ҡырғыҙ Республикаһының Мәғариф министрлығы, Ҡырғыҙ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ҡырғыҙ Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы. Осрашыуҙар сиктәрендә Ҡырғыҙстан биләмәһендә республика компанияларын үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Белешмә: 2023 йылдың ғинуар-апрелендә Ҡырғыҙ Республикаһы менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ күрһәткестәренән 38,6 процентҡа юғарыраҡ, шул уҡ ваҡытта экспорт 36,8 процентҡа, ә импорт 1,6 тапҡырға артҡан. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru

Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?
Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?
Ҡырғыҙҙарға беҙҙекеләр нимә тәҡдим иткән?
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас