

Борай районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла.
Райондың бизнес-шәрифе Марат Ахунов белдереүенсә, Борай ауылынан Рөстәм Шәйҙуллин оҫта-столяр ғаиләһендә үҫкән һәм атаһының эшен дауам иткән. 2004 йылда ҡатыны Лидия менән ҙур булмаған гаражда корпуслы мебель етештерә башлай.
Ваҡыт үтеү менән оҫтахананы киңәйтеү ихтыяжы килеп тыуа, программа буйынса райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша Рөстәм Шәйҙуллин субсидияға эләгә һәм яңы заманса ҡорамалдар һатып алған. Хәҙер эшҡыуарҙар корпуслы йыһаздарҙан тыш евротәҙрәләр һәм уларға элементтар әҙерләй.
2020 йылда Шәйҙуллиндар муниципаль программа сиктәрендә сираттағы ярҙам алыуға ирешә һәм мебель фурнитураһын һатыу буйынса офис, магазин аса. Әле эшҡыуар фасадтар етештерергә ниәтләй.
Рөстәм Шәйҙуллиндың был эштәре ҡыҙыҡлы идеялары булғандар өсөн бар нәмә лә мөмкин булыуын дәлилләй. Республика тап шундай йүнселдәргә ярҙам итә лә инде. Башҡортостанда бик күп эшҡыуарҙар бының тап шулай булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп инанды.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальнойпредпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.