Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Июнь 2023, 11:39

Беларус Республикаһы вәкилдәре - Өфөлә

Промотурҙың маҡсаты – Башҡортостандың турпотенциалы менән танышыу, хеҙмәттәшлек сиктәрендә үҙ-ара туристик ағымдарҙы үҫтереү    

Беларус Республикаһы вәкилдәре - ӨфөләБеларус Республикаһы вәкилдәре - Өфөлә
Беларус Республикаһы вәкилдәре - Өфөлә

Өфөгә Беларус Республикаһының эре туристик операторҙары вәкилдәре делегацияһы килде. Уны «Беларусь Республикаһының Республика туристик индустрия союзы» идараһы рәйесе Филипп Гулый етәкләй.

Промотурҙың маҡсаты – Башҡортостандың турпотенциалы менән танышыу, хеҙмәттәшлек сиктәрендә үҙ-ара туристик ағымдарҙы үҫтереү.

Белоруссия делегацияһы етәксеһе Филипп Гулый билдәләүенсә, Белоруссия халҡы араһында ял көндәре турҙарын, шулай уҡ йәштәргә әүҙем ял итеү өсөн маршруттарҙы популярлаштырыу өсөн потенциал бар.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда “Демография" милли проекты (в рамках национального проекта «Демография») сиктәрендә «Башҡорт – Белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты уңышлы үҫешә. 6 июндә, иҫәп буйынса алтынсы пенсионерҙар төркөмө Минск ҡалаһына юлланды. Эш сәфәре барышында Белоруссия туроператорҙары шулай уҡ Башҡортостанға көмөш йәштәгеләр өсөн тур ойоштороуҙы өйрәнергә ниәтләй.

Башҡортостан менән Белоруссия араһында үҙ-ара туристик ағымдарҙы уңышлы үҫтереүгә «Өфө-Минск» авиабәйләнеше ҙур әһәмиәткә эйә.

Ҡунаҡтар өсөн ҙур программа әҙерләнгән. Улар алдағы аҙнала төбәктең тәбиғәт һәм мәҙәни иҫтәлекле урындарына барасаҡ.

12 июндә, Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөндә, Белорус делегацияһы Ағиҙел йылғаһы буйында һәм Арт-квадратта байрам программаларында, “Уфа, гуляем» фестивалендә, «Рәсәй блогерҙары» бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә ҡатнаша.

Билдәле булыуынса, “Демография" (нацпроект «Демография») милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас