Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
6 Июнь 2023, 09:36

Бөгөн – Рәсәйҙә Пушкин көнө

Тәтешлеләр байрамды үҙенсәлекле билдәләгән.     

Бөгөн – Рәсәйҙә Пушкин көнөБөгөн – Рәсәйҙә Пушкин көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә Пушкин көнө

Үрге Тәтешле ауылындағы 2-се мәктәп нигеҙендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе”нең һанлы һәм гуманитар компетенциялар үҙәге 2019 йылда “Мәғариф” милли проекты буйынса асылған. Ул уҡыу осоронда ғына түгел, йәйге ялдар ваҡытында ла әүҙем. Үҙәк эшен дауам итә, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар үткәрә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Шулай Рус теле көнө уңайынан “Пушкинды уҡыйбыҙ” әҙәби ҡунаҡханаһы үткәрелгән.

Йыл һайын 6 июндә Рәсәйҙә Пушкин көнө булараҡ, ә бөтә донъяла Халыҡ-ара рус теле көнө тип билдәләнә. Сарала яратҡан шағирыбыҙҙың әҫәрҙәре яңғыраған.

Шулай уҡ район китапханаһы Пушкинға арнап күргәҙмә һәм уҡыусылар өсөн уйын-викторина әҙерләгән. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, 9 а класс уҡыусыһы Эльвина Шәйехова Республика онлайн-бәйгеһендә “Артистизм өсөн” номинацияһында еңеүсе булған. Ул Пушкиндың “Я помню чудное мгновенье...” шиғирын һөйләгән. Эльвина ла сарала ҡатнашып үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан: “Мин Александр Сергеевичтың шиғирҙарын бик яратам. Уның әҫәрҙәрен белмәгән, яратмаған кешене табыуы мөмкин түгелдер. Ул беҙгә бик бай мираҫ ҡалдырған. Уны әҫәрҙәре изгегә, яҡшылыҡҡа өйрәтә”.

Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас