

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Бөрө үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы алынды. Ике видеобронхоскоп менән тулыландырылған Olympus CV-170 видеоскопик системаһы, шулай уҡ тар спектраль тикшереү һәм эндофото менән йыһазландырылған заманса ҡорамал был.
Видеобронхоскопия – трахея һәм бронхтарҙың лайлалы тиресәһенә махсус оптик прибор ярҙамында диагностик тикшереү үткәреү ысулы. Был – бронхтарҙың эске яғын баһаларға ярҙам итеүсе, уларҙың торошон өйрәнеүсе, патологик үҙгәрештәр булғанда биопсия үткәрергә булышыусы берҙән-бер ысул.
– Заманса видеоскоптарҙы файҙаланыу яман шеш билдәләрен асыҡлауҙы еңелләштерә, – ти дауахананың баш табибы Айҙар Хаматов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.