Даирә
+28 °С
Болотло
Милли проекттар
1 Июнь 2023, 09:14

Ҙур булып үҫһендәр!

Ыҡ йылғаһына суртан селбәрәһен ебәргәндәр.       

Ҙур булып үҫһендәр!Ҙур булып үҫһендәр!
Ҙур булып үҫһендәр!

Туймазы районында Ыҡ йылғаһы бассейнына 35 мең суртан селбәрәһен төшөргәндәр. Был һыуҙың биологик ресурстарын яһалма тергеҙеү буйынса сараны “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте башҡарған. Һыу объектын иһә компанияға “Росрыболовтсво”ның ҡарары буйынса тәҡдим иткәндәр. Селбәрәне сығарыу урыны республиканың һыу биологик ресурстарын дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге менән килешелгән.

Һыу ятҡылыҡтарын яһалма балыҡландырыу эшмәкәрлеге компанияның тирәк-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса стратегик бурыстарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Унда экосистема һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү буйынса комплекслы саралар ҙа инә. Был үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты бурыстарына тура килә.

Компанияла билдәләүҙәренсә, балыҡты Һарытау ҡалаһынан махсус ҡулайлаштырылған контейнерҙарҙа килтергәндәр: унда тейешле температура һаҡлана, һыу махсус фильтр аша үтә һәм өҫтәмә кислород менән байтыла.

Селбәрәне һыуға төшөрөү “Росрыболовство” һәм Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре контроле аҫтында башҡарылған.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

Автор:
Читайте нас