Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 10:40

Йылҡы һәм ҡаҙ ите, талҡан да бар ине

Боронғо кәсептәрҙең, милли аш-һыуҙың онотолмауы - ҡыуаныслы күренеш.    

Йылҡы һәм ҡаҙ ите, талҡан да бар ине
Йылҡы һәм ҡаҙ ите, талҡан да бар ине

“Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары үҙ продукцияһы менән “HORECA ташыусыһы көнө” сауҙа-һатыу конференцияһында таныштырҙы. Сара Өфөләге “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексында ойошторолдо. Айырым алғанда, проектта ҡатнашыусылар йылҡы һәм ҡаҙ итенән әҙерләнгән тәмле ризыҡтарҙы, он менән талҡанды, йәшелсә, аҡ шыршы һыуын, кондитер ризыҡтарын, ярымфабрикаттарҙы һәм фермер сырын тәҡдим итте.

- Сауҙа-һатып алыу форматындағы конференцияла осрашыу – баҙарҙағы төп “уйынсылар” менән киләсәге булған эшлекле мөнәсәбәттәрҙе булдырыу буйынса һөҙөмтәле механизм, - тине республиканеың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Сарала республиканың ресторан тармағындағы эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итергә, дөйөм туҡланыу предприятиеларына икмәк-ҡалас, макарон ризыҡтарын, он, һөт продукцияһын, ит ярымфабрикаттарын, сыр, сәй, һыу алкоголһеҙ эсемлектәр, шулай уҡ көнкүреш химияһын, косметик саралар ташырға әҙер 25 етештереүсе ҡатнашты.

Сауҙа-һатып алыу конференцияһында урындағы компаниялар клиенттарға үҙ продукцияһын күрһәтә, дегустация үткәрә, таныштыра алды. Бында ойошма-предприятиелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүе һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») бурыстарын тормошҡа ашыра.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20964/

Фото: vk.com/wall-115778612_6923 (“Венера Ситдикова ижады” төркөмө)

Автор:
Читайте нас: