Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Май 2023, 12:10

«Агростартап»ҡа ҡушылығыҙ!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында 2023 йылда «Агростартап» программаһы буйынса грантҡа дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы эшләй башланы    

«Агростартап»ҡа ҡушылығыҙ!
«Агростартап»ҡа ҡушылығыҙ!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында 2023 йылда «Агростартап» программаһы буйынса грантҡа дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы эшләй башланы.

 Был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән   “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектыня ярашлы үткәрелә.

Бөгөн ултырышта комиссия ғариза биреүселәрҙең документтарын программа шарттарына тап килеү-килмәүен тикшерә. Артабанғы ултырыштарҙа дәғүәселәр проекттарын яҡлай.

«Конкурс комиссияһының эше ведомствоның «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Быйыл республикала «Агростартап» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаның дөйөм күләме 95 миллион һум тәшкил итә».

«Агростартап» гранттары ошо милли проектҡа ярашлы бүленә.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: