Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, яңы электрохирургик “Элепс” аппараты алынды.
Уның өҫтөнлөгө теүәл һәм тиҙ эшләүендә. Бәләкәй киҫемдәр яһап та, анығыраҡ һөҙөмтә алырға мөмкин. Бынан тыш, ҡорамал ҡан ағыуын туҡтата, операциянан һуң өҙлөгөүҙәр кәмей. Яңы ҡорамал ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе уңышлы башҡарырға ярҙам итә. Мәҫәлән, ул йөрәккә йәки күкрәк ситлегенә яһалған операцияларҙа ҡулланыла ала. “Элепс”ты файҙаланыу әмәлиәттәрҙе хәүефһеҙерәк итә. “Ул юғары йышлыҡлы электр тогы менән эшләй. Пациенттар ауыртыу тоймай, яра тиҙ төҙәлә, сөнки юғары йышлыҡлы тулҡындар бөтә микробтарҙы үлтерә”,– тип билдәләне дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Руслан Сәйфетдинов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.