Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2023, 15:41

Дүрт тапҡырға тиҙләтергә мөмкин

Милли проект сиктәрендә ойошмала хеҙмәт етештереүҙе арттырыу ысулы ҡулланылған    

Дүрт тапҡырға тиҙләтергә мөмкин
Дүрт тапҡырға тиҙләтергә мөмкин

Милли проект сиктәрендә ойошмала хеҙмәт етештереүҙе арттырыу ысулы ҡулланылған

 

Башҡортостан Республикаһында «Акрос» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты (национальный проект «Производительность труда») эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны.

Компания проектҡа 2022 йылдың көҙөндә ҡушыла һәм алты ай эсендә Башҡортостандың Төбәк компетенция үҙәге эксперттары менән эш башлай. Һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеген дүрт тапҡырға арттырыуға өлгәшәләр. Предприятие ауыл хужалығы техникаһын капиталь ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, уға бәйле агрегаттар әҙерләү, боролош һәм фрезерлау, металл конструкциялар эшләү буйынса эштәр алып бара. Был турала Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдерҙе.

— Бөгөнгө көнгә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына Башҡортостандың 157 предприятиеһы йәлеп ителгән. Унда ҡатнашыу предприятиелағы проблемаларҙы асыҡларға, оператив эшмәкәрлекте анализлау һәм диагностикалау сараларын ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Проект ярҙамында етештереүсәнлекте арттырыу ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү, эш урындарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү мөмкинлеге бар, — тине Айрат Фәхретдинов.

«Акрос» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп хеҙмәттәр ҡулланыусыһы булып Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары тора. Компания республиканың матди-техник ресурстары баҙарында туғыҙ йылдан ашыу эшләй.

Эксперт Альберт Калимуллин фекеренсә, процесты оптималләштереү һәм системалы проблемаларҙы хәл итеү һаҡсыл технологиялар ярҙамында мөмкин, шуға күрә етештереү ойошмаһының оҫтаханаһында аппараттарҙы һаҡлауҙы дөрөҫ ойоштороу уларҙы эҙләү ваҡытын 90 процентҡа тиклем ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Производство анализы план барышы тураһында көндәлек мәғлүмәттәр алыу юлы менән етештереү проблемаларын тиҙ арала асыҡларға ярҙам итте.

Бөтә күрелгән ғәмәлдәр компанияға проект маҡсаттарына өлгәшергә һәм ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә: процесс ваҡыты 4 тапҡырҙан ашыуға; эш күләмен 2 тапҡырға була.

Белешмә:

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указына ярашлы раҫланған һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса яуаплы.

 

 

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтнан алынды.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-17/d-rt-tap-yr-a-ti-l-terg-m-mkin-3261190

Автор:
Читайте нас: