Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2023, 15:44

Тағы 347 ер участкаһы табылды

Уларҙың майҙаны 684,22 гектар тәшкил итә    

Тағы 347 ер участкаһы табылды
Тағы 347 ер участкаһы табылды

Уларҙың майҙаны 684,22 гектар тәшкил итә

 

Был ер участкалары Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Борай, Бөрө һәм Көйөргәҙе райондарында урынлашҡан. Шулай итеп, тағы 347 ер участкаһы “Төҙөлөш өсөн ер” хеҙмәтенә өҫтәлде. Уларҙың майҙаны 684,22 гектар тәшкил итә.

- “Росреестр”ҙың “Төҙөлөш өсөн ер” хеҙмәтенең төп маҡсаты – инвесторҙарға һәм ҡыҙыҡһынған башҡа кешеләргә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын һайлауҙа булышлыҡ итеү. Уларҙа күп фатирлы йорттар ҙа, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн өйҙәр ҙә төҙөп була. Киләсәктә был хеҙмәт “Киңлек мәғлүмәттәренең берҙәм системаһы” берҙәм һанлы платформаһына ҡушыласаҡ, - тип һөйләне “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Петр Клец.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә торлаҡ өсөн асыҡланған ерҙәрҙең дөйөм майҙаны  2295 гектар тәшкил иткән. Улар 25 муниципаль берәмектә урынлашҡан. Улар -  Өфө, Учалы, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Белебей, Туймазы, Мелеуз, Дүртөйлө, Дәүләкән, Яңауыл, Баймаҡ, Күмертау, Агиҙел, Благовещен, Белорет ҡалалары һәм  Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Борай, Бөрө, Көйөргәҙе, Өфө райондары.

“Төҙөлөш өсөн ер” хеҙмәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Фото: foto-ram.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: