Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2023, 15:41

Бармыш быуаһына бармай булмаҫ...

Ул Тәтешле районында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда романтика менән һуғарылған иң йәмле урындыр, моғайын

Бармыш быуаһына бармай булмаҫ...
Бармыш быуаһына бармай булмаҫ...

Ул Тәтешле районында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда романтика менән һуғарылған иң йәмле урындыр, моғайын

Үрге Тәтешлелә хис-тойғоларға бай, матур, күңелдәрҙе елкендерерлек  ял итеү урыны булдырылды. Кискеһен төрлө уттар менән балҡыған, фонтаны менән һоҡландырған  быуа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ( национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы  төҙөлдө. Ул Тәтешле районында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда романтика менән һуғарылған иң йәмле урындыр, моғайын.

Йәмәғәт киңлегендә ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.  Һыу спортының бер төрө булған сап –бордта йөҙөргә, быуа тирәләй электр самокаттарында елергә мөмкин. Йәй еткәс, катамарандар пункты асыласаҡ. Балалар кинәнеп төҙөкләндерелгән уйын майҙанында уйнай, бында бәүелсәктәр, эскәмйәләр етерлек, тип хәбәр итә Альвира Шәрипова.

Район халҡы ошондай матур ял итеү урыны булдырғаны өсөн район хакимиәтенә бик рәхмәтле.

– Беҙ йәш саҡта Бармыш йылғаһындағы быуа биләмәһенең был тиклем үҙгәререн күҙ алдына ла килтермәй инек. Бындай гүзәл урындар аҙ, ә бында бөтә ғаиләбеҙ менән рәхәтләнеп ял итә алабыҙ, - тип шатлығы менән бүлешә Әлиә Хәтипова.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацпроект “Жилье  и городская среда”)  ҡалаларҙа йәшәү уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота. Үҙгәрештәрҙе баһалау өсөн үҙенсәлекле күрһәткес – ҡала мөхитенең сифат индексы эшләнгән. 36 индикатор нигеҙендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, инфраструктураның уңайлылығы кимәлен баһалау күрһәткесе лә бар.2030 йылға ҡала мөхите сифаты 1,5 тапҡырға яҡшырырға тейеш.Бармыш быуаһы тәтешлеләрҙең ышанысын аҡланы. 

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: