15 майҙан Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Менделеев урамындағы юлды төҙөкләндереү башлана. 2023 йылда юл эштәре дүрт һыҙатта Обь урамынан Ҡариҙел урамына тиклемге участкала үткәреләсәк. Уның дөйөм оҙонлоғо – 910 метр. Был участканы ремонтлауға 44,6 миллион һум йүнәлтелә.
– Был магистраль – баш ҡалалағы иң мөһим транспорт артерияларының береһе. Менделеев урамындағы трафик ярайһы уҡ юғары. Бынан көн һайын тиҫтәләгән мең автомобиль, шул иҫәптән йөк машиналары үтеп китә. Сөнки был урамда ҙур сауҙа һәм күңел асыу комплекстары урынлашҡан, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Менделеев урамының был участкаһында юл япмаһын, тротуарҙарҙы ремонтлау, шулай уҡ трамвай юлдарының япмаһын норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
Юлды төҙөкләндергән ваҡытта автотранспорт хәрәкәтен сикләүҙәре ихтимал. Баш ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына алдан ҡала буйлап сәфәргә сығырға һәм урау юлдар һайларға кәңәш итә.
Бөтә эштәрҙе 2023 йылдың дүртенсе кварталы аҙағына тиклем башҡарыу күҙаллана. Быйыл Өфөлә эштәр дөйөм алғанда 11 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы юл участкаларында башҡарыласаҡ. Уларҙың 6 километрҙан ашыуы – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә.
Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы.