Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Май 2023, 15:12

Пациенттар өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыла

Пациенттар өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыла
Пациенттар өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыла

Әгәр ҙә медицина карауаты дөрөҫ һайланһа, ауырыуҙың сәләмәтлегенә зарар килмәй, умыртҡа бағанаһына йәки быуындарға көсөргәнеш төшмәй.

Стәрлетамаҡтың  1-се ҡала клиник дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, күп функциялы өс медицина карауаты алынды.

 Яңы карауаттар операциянан һуң ятып дауаланған һәм ауыр хәлдәге  пациенттар  өсөн тәғәйенләнгән.  Уларҙың үҙенсәлеге шунда, конструкцияның бөтә өлөштәре лә хәрәкәткә килә. Һөҙөмтәлә манипуляциялар үткәреү өсөн  пациентты тейешле бейеклеккә күтәрергә мөмкин. Бынан тыш, ауырыуҙарҙы күсереп йөрөтөргә була.

-Функциональ карауаттың төп тәғәйенләнеше – пациент һәм медицина хеҙмәткәрҙәре  өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу.Әгәр ҙә ул дөрөҫ һайланһа, ауырыуҙың сәләмәтлегенә зарар килмәй, умыртҡа бағанаһына йәки быуындарға көсөргәнеш төшмәй. Карауаттар төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең реанимация һәм интенсив терпия блогына ҡуйылды, - тине дауахананың баш табибы Андрей Палтусов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: