Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2023, 12:04

Үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр

Межгорье ҡалаһында үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр. Асыҡланыуынса...  

Үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр
Үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр

Межгорье ҡалаһында үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр. Асыҡланыуынса...

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса Межгорье ҡалаһында үҙәк майҙанды төҙөкләндерәләр. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.

«Быйыл Еңеү майҙаны, ҡала стадионы эргәһендәге юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы, шулай уҡ Федераль медицина-биология агентлығының 142-се медицина-санитария бүлегенең 1-се поликлиникаһы ҡаршыһындағы юл участкаһында ремонт эштәрен  тамамлаясаҡбыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла ҡала биләмәһен төҙөкләндереү проекттарын синхронлаштырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла», - тип хәбәр итте муниципалитет етәксеһе Вячеслав Калугин.

Тротуарҙың бер яғын  ремонтлауҙы эшселәр  тамамлаған да. Икенсе яғында ла эштәр дауам итә. Шул уҡ ваҡытта подрядсылар поликлиника эргәһендәге участка буйынса юлды тигеҙләүҙе лә тиҙҙән тамамлаясаҡ.

Мәғлүм булыуынса,  «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе - ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин  тәҡдиме буйынса башланған  милли проекттар 2019 йылдан  тормошҡа ашырыла һәм илдең  социаль-иҡтисади торошо яҡшыртыуға йүнәлтелгән .

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: bash.news

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас: