Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 14:07

Үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ!

Асыҡ һауалағы Хәрби техника музейы ҡала халҡы ярҙамында үҙгәрәсәк  

Үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ!
Үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ!

Асыҡ һауалағы Хәрби техника музейы ҡала халҡы ярҙамында үҙгәрәсәк

 
 
Үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ!
 
Үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ!

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүе Октябрьский ҡалаһында "Еңеү паркы" на ысын хәтер һәм дан урыны булып ҡалырға ярҙам итәсәк.

Сайтта һайлағыҙ: Еңеү паркы 3-сө объект – асыҡ һауалағы хәрби техника музейы.

"Төҙөкләндереү биләмәһендә асыҡ һауалағы хәрби техника музейы урынлашҡан. Эскәмйәләрҙе, урналарҙы һүтеү буйынса эштәр ҡаралған. Йәйәүлеләр зонаһы тротуар плиткаһынан эшләнгән. Төҙөкләндерелгән территорияла хәрби самолет өсөн майҙансыҡ, йәшелләндереү, бәләкәй архитектура формалары урынлашҡан. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында проектлау объекты биләмәһен яҡтыртыу ҡаралған. Шулай уҡ видеокүҙәтеү камераларын ҡуйыу”, тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Илнур Нафиҡов.

Бының өсөн тауыш биргәндә түбәндәгеләр талап ителә:

 https://02.gorodsreda.ru/һылтанмаһы буйынса үтергә.

Муниципаль берәмектәр исемлегенән Октябрьский ҡалаһын һайлап алырға кәрәк.

ЕСИА (Дәүләт хеҙмәттәренең логинын һәм паролен файҙаланып) аша авторизация үтергә.

Төҙөкләндереү өсөн тәҡдим ителгән объекттарҙың береһен һайларға.

Тауыш биреү төймәһенә баҫырға!

Бергәләп ҡалабыҙҙы уңайлы һәм төҙөк итә алабыҙ!

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и ородская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: