Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель 2023, 11:47

Ауылда матурлыҡ салоны асыла

Ауырғазы районынан яңы эш башлаусы эшҡыуар ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Ауылда матурлыҡ салоны асыла
Ауылда матурлыҡ салоны асыла

Ауырғазы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”)  маҡсатлы эш алып барыла. 

Райондың бизнес-шәрифе Әлиә Шакирова белдереүенсә, Үрге Ләкәнде ауылынан Гүзәл Ғәбиҙуллина сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә матурлыҡ салоны асыу проектын тәҡдим иткән. Мөрәжәғәт итеүсенең медицина өлкәһендә тәжрибәһе бар, массаж эшләү серҙәренә өйрәнгән, әле клиенттарға күсмә парихмахер хеҙмәтен күрһәтә.

"Тәүҙә, парихмахерҙар курсын тамамлағас, бер аҙ күңелдә шик булған ине: төпкөлдә, ауылда йәшәгән халыҡҡа был хеҙмәт кәрәкме икән? Әммә борсолоуҙар урынһыҙ, сәс киҫтерергә теләүселәр бик күп, өйҙәренә саҡыралар, күрше ауыл халҡы ла мөрәжәғәт итә башланы", - ти Гүзәл Ғәбиҙуллина.

Яңы эш башлаусы эшҡыуар Үтәймулла ауылында матурлыҡ салоны асыу өсөн объект төҙөргә планлаштыра, унда бөҙрәхана ғына түгел, ә үҙеңде тәрбиәләү, ҡарау өсөн төрлө хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

"Гүзәл Ғәбиҙуллинаға ниндәй дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға, проект буйынса документтарын юллауға ярҙам итәсәкбеҙ", - ти райондың бизнес-шәрифе.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Айгөл Шакирова.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: