Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель 2023, 08:18

Тәүге звеноны яңыртыу дауам итә

2022 йылда халыҡ араһында үлем осраҡтары бер аҙ кәмегән. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 25,3 процентҡа кәмеп, бер мең кешегә 4,2 тәшкил иткән...

Тәүге звеноны яңыртыу дауам итә
Тәүге звеноны яңыртыу дауам итә

Һуңғы осорҙа республикабыҙ райондарында, хатта элек медицина пункттары бөтөнләй булмаған  төпкөл ауылдарҙа тәүге медицина ярҙамының яҡынлашыуын, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын, күсмә мобиль пункттарҙың эшләүен, халыҡтың һөйөнөсөн барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ.

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө үҙәк район  дауаханаһының нур диагностикаһы бүлексәһенә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” проектына ярашлы,  “Ренекс–Ф5000” флюорография аппараты алынды.

“Күкрәк ситлеге флюорографияһы яман шеш, туберкулез, үпкә сирҙәрен асыҡлау өсөн хеҙмәт итә. Сәләмәт кешеләр уны йыл һайын үтә ала. Яңы ҡорамал урынлаштырылды, табиптар уның эшенә ярашлы тейешле уҡыу күнекмәләре алды”, – ти дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Сабирова. Флюорографияны туберкулезға шик тыуғанда, үпкә сирҙәрен асыҡлағанда сиратһыҙ үткәрәләр. Был процедураны хәрби хеҙмәткәрҙәргә, ВИЧ-инфекция асыҡланған пациенттарға тәғәйенләйҙәр. Тикшереүҙе бушлай үтеү өсөн участка терапевынан йүнәлтмә алырға кәрәк.

Республикала бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. “Бюджеттың социаль өлөшө - 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, 2023 йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларға,– тигәйне ултырыштарҙың береһендә  республика Премьер-министры Андрей Назаров. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау тармағы, финанс ҡатмарлыҡтарына, сәйәси баҫымға ҡарамаҫтан, үҫешергә, нығынырға тейеш.

Әле 1848 фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы интернет селтәренә тоташтырылған, компьютер ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

–Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – телемедицина. Бөгөн республика мәғлүмәт системаһында “Дистанцион консультациялар үҙәге” һәм “Видеобәйләнеш” модулдәрен эсенә алған Берҙәм рентгенологик система  булдырылған, бөтә һанлы рентгенологик ҡорамалдар тоташтырылған, – ти һаулыҡ һаҡлау  министры Айрат Рәхмәтуллин. Республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары ауылдарға ике меңдән ашыу белгесте йәлеп итергә ярҙам итте.

Республика Хөкүмәте медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, сифатын яҡшыртыу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, медицина кадрҙары менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып бара.

 – Һаулыҡ һаҡлау үҫешенә 104 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Һуңғы өс йылда 11 эре медицина объекты төҙөлдө. Ошо иҫәптә – дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале. Пандемия осоронда улар медицина ярҙамына ихтыяжды тулыһынса үтәне. 43 меңдән ашыу кеше һауыҡтырылды. Ошо ҡоро статистика артында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған аныҡ белгестәр тора, - тип,  Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ултырыштарҙың береһендә ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.

2022 йылда халыҡ араһында үлем осраҡтары кәмегән. 2021 йыл менән сағыштырғанда вафат булғандар һаны 17 550 кешегә,йәғни 26,4 процентҡа түбәнәйгән. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 25,3 процентҡа кәмеп, бер мең кешегә 4,2 тәшкил иткән.

 

 

 Фото: "Республика Башкортостан" гәзите.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: