Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель 2023, 14:45

Стәрлетамаҡтар бурысын үтәйәсәк

2023 йылға урмансылар үҙ алдына ҙур бурыстар ҡуя: 17,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү талап ителә.

Стәрлетамаҡтар бурысын үтәйәсәк
Стәрлетамаҡтар бурысын үтәйәсәк

Апрель башынан алып Стәрлетамаҡ урман хужалығы питомниктарында үҫенде материалдарҙы ҡаҙып алыу башланды. Был – ябай шыршы, ябай ҡарағай, дардар һәм йүкә.

Ағымдағы йылда Стәрлетамаҡ урман хужалығы биләмәһендә  235,4 гектар ерҙә урман тергеҙеү планлаштырыла, шул иҫәптән 80,4 гектарҙа - яһалма тергеҙеү. 55 гектарҙа тәбиғи тергеҙеүгә булышлыҡ итеү ҡаралған. Был осраҡта ағасты ҡырҡҡан мәлдә үҫеп китеүгә һәләтле үҫендене ҡалдыралар, уны ҡарайҙар һәм үҫеү өсөн уңайлы шарттар булдыралар. Урман сәсеү 52,6 гектарҙа планлаштырылған.

Яҙ көнө ябыҡ тамыр системалы үҫенделәрҙе – 10,3 гектарҙа, асыҡ тамыр системалыһын 88,7 гектарҙа ултыртасаҡтар. Әлеге ваҡытта эштәр 35,8 гектарҙа башҡарылған да.

2023 йылға урмансылар үҙ алдына ҙур бурыстар ҡуя. 17,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү талап ителә, шул иҫәптән 6,2 гектарҙа – яһалма юл менән.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проектының (национальный проект "Экология") “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн урмансылар алдарына алған бурыстарҙы тулы кимәлдә үтәргә йыйына.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: