Даирә
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һөҙөмтә көткәндән дә юғарыраҡ булды

Йүнсел умарта һанын 3,5 тапҡырға арттырған    

Һөҙөмтә көткәндән дә юғарыраҡ булды
Һөҙөмтә көткәндән дә юғарыраҡ булды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районынан Владислав Белозеров өсөн “Агростартап” гранттар конкурсында ҡатнашып, умартасылыҡ хужалығын үҫтереүгә өҫтәмә ярҙам алды. Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” гранты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “«Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы»”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты нигеҙендә бирелә.

Умартасы әйтеүенсә, ярҙам бүленгәнгә тиклем уның хужалығында бал ҡорттары менән эшләү технологияһы үҙләштерелгән, умарталыҡты үҫтереү һәм хеҙмәткәрҙәр штатын киңәйтеү, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү йәһәтенән киләсәккә план төҙөлгән була. Конкурста отҡан 2,9 миллион һумлыҡ грант уға бизнес-проектты уңышлы яҡларға мөмкинлек бирә. Был аҡсаға ул  шулай уҡ бал айыртыу өсөн автоматик линия, “Соболь” автомобиле, 10 тағылма һәм 200 умарта һатып ала.

– “Агростартап” программаһы йүнселдәргә үҙ эшен башларға, уны үҫтерергә, эште яйға һалырға, табыш алырға ярҙам итә. Бизнес-проектҡа ярашлы, ҡорт күстәре һанын 400-гә тиклем арттырырға ниәтләй инем, һөҙөмтә көткәндән дә юғарыраҡ булды. Грант конкурсында отҡанға тиклем умарталыҡта 140 күс иҫәпләнә ине, әле уларҙың һаны 500-гә етте, умарталар 3,5 тапҡырға артты. Һөҙөмтәлә бал етештереү күләме лә байтаҡҡа үҫте, – ти умартасы.

 

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/423786#scroll

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в