Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2023, 21:09

Ҡубыяҙҙа яңы белем биреү комплексы төҙөлә

Ул мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштерәсәк.    

Ҡубыяҙҙа яңы белем биреү комплексы төҙөлә
Ҡубыяҙҙа яңы белем биреү комплексы төҙөлә

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында 180 урынлыҡ яңы белем биреү учреждениеһы төҙөү күҙаллана.

Яңы комплекс 120 уҡыусыға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбенән һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһынан торасаҡ.

– Яңы уҡыу йортон һәр ҡайһыһы айырым урынлашҡан дүрт иҫке ағас корпус урынына һалыу планлаштырыла. Тиҙҙән Асҡын районы балалары бөтә уңайлыҡтары булған заманса иркен мәктәптә уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Өс ҡатлы кирбес бинала ашхана, спорт залы, медицина блогы ҡаралған. Ул шулай уҡ заманса санузелдар, йылытыу, видеокүҙәтеү системалары, янғын һәм һаҡ сигнализацияһы менән йыһазландырыла.

Әле объект буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға генераль подрядсыны билдәләү йәһәтенән сауҙалашыу ғәмәлдәре бара.

Фото: building.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/422871#scroll

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-16/ubyya-a-ya-y-belem-bire-kompleksy-t-l-3179279
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: