Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2023, 21:12

Төҙөлөштөң мөһим этабы тамам

Эшселәр даими конструкцияларҙы ҡороуға тотона.    

Төҙөлөштөң мөһим этабы тамам
Төҙөлөштөң мөһим этабы тамам

“ИНФОРМАВТОДОР” федераль дәүләт бюджет учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы Өфөнән М-5 “Урал” федераль трассаһына яңы сығыу юлын төҙөү дауам итә.

Ошо көндәрҙә унда иң күләмле һәм технологик яҡтан ҡатмарлы этапты – тоннелдә ҡаҙыу эштәрен тамамлағандар. Был ғәмәлдәр өс йыл самаһы барҙы. Баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлының дөйөм техник әҙерлеге яҡынса 63 процент тәшкил итә.

“Ҡаҙыу эштәре төҙөлөшөтөң иң мөһим осорон тәшкил итә. Хәҙер эшселәр бөтә иғтибарын даими конструкцияларҙы ҡороуға йүнәлтәсәк. Был эш июнгә тиклем дауам итә”, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Әле төҙөүселәр көньяҡ тоннелдең өҫкө, аҫҡы һәм ситке өлөштәрен һала. Монолит конструкцияларҙы улар заманса ҡорамалдар ярҙамында урында ҡоя. Объектты эш тәүлек әйләнәһенә бара. Унда 2,3 меңдән ашыу кеше һәм 236 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.

Мәғлүм булыуынса, тоннелде, күперҙе һәм трассаны 2023 йыл аҙағына төҙөп бөтөү планлаштырыла.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/423658#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-16/t-l-sht-m-im-etaby-tamam-3179067
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: