Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ғинуар 2023, 21:17

Дауаханаға бушлай алып баралар

“65 йәше тулып уҙғандарҙы медицина ойошмаларына бушлай алып барыу мөмкинлеге бар, тип ишет­кәйнем...   Р. САБИРОВ”.

Дауаханаға бушлай алып баралар
Дауаханаға бушлай алып баралар

– 65 йәше тулып уҙған һигеҙ меңдән ашыу кеше медицина ойошмаларына бушлай барыу мөмкинлегенән файҙаланды, – тип хәбәр итте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шулай итеп, ауылдарҙағы 65 йәшлек һәм унан өлкәнерәк граждандар дауаханаға тиклем бушлай бара һәм кире бушлай ҡайта ала. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаһына ғариза яҙырға кәрәк.

Был “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, федераль бюджеттан автомобилдәрҙе һатып алыу өсөн 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо суммаға 2019 йылда 18 “ГАЗель Некст” маркалы микроавтобус һатып алынған. Уларҙың барыһы ла инвалид коляскаларындағы кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн электр күтәргестәр менән тәьмин ителгән. Һуңғараҡ алынған тағы һигеҙ “Ларгус” та өлкән йәштәгеләрҙе үҙәк район дауаханаларына һәм поликлиникаларына өҫтәмә медицина тикшереүен үтеү өсөн илтеүгә тәғәйенләнгән.

Әйткәндәй, Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғ­лүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандағы ауылдарҙа 240 мең 476 өлкән йәштәге кеше (65 йәше тулып уҙған) һәм инвалид йәшәй.

 

Айһылыу НИЗАМОВА

 
Автор:
Читайте нас: