Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 11:48

Юлдар ремонтланырға тейеш

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ауыл биләмәләре өөсөн биләмәләрҙе төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мөмкинлек бирә. Шуға күрә һәр ауыл биләмәһе йыл һайын әлеге программала ҡатнашырға тырыша.

Юлдар ремонтланырға тейеш
Юлдар ремонтланырға тейеш

Юлдар ремонтланырға тейеш
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ауыл биләмәләре өөсөн биләмәләрҙе төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мөмкинлек бирә. Шуға күрә һәр ауыл биләмәһе йыл һайын әлеге программала ҡатнашырға тырыша.
Йыл һайын Атйетәр ауыл советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” проекттарында ҡатнаша. Ағымдағы йылда Таңсәйет ауылына халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы һайларға йыйылдылар. Был уңайҙан 14 декабрҙә Таңсәйет ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.
Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр тикшерелде: урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән ижтимағи инфраструктураны үҫтереү проекттары конкурсы тураһында мәғлүмәт; конкурста ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө проблемаларҙы билдәләү; халыҡтан йыйылаһы аҡсаны билдәләү; “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” сиктәрендә эштәрҙе ойоштооу өсөн инициатив төркем һайлау; артып ҡалған осраҡта, аҡсаны ҡайда файдаланыу.
Йыйылышты ауыл биләмәһе башлығы Г.Г.Уразбахтина алып барҙы. Ул ҡатнашыусыларҙы конкурстың бурыстары, ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, шулай уҡ программала ҡатнашыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне.
Ауыл халҡы ике төп проект тәҡдим итте: Тыныслыҡ урамындағы юлды ремонтлау һәм урамдарҙы яҡтыртыу.
Дөйөм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса халыҡ бер тауыштан бындай программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм БР Ҡырмыҫҡалы районының Таңсәйет ауылы урамындағы юлды ремонтлауҙы айырыуса мөһим бурыс итеп билдәәлне.
Ауылдың актив кешеләренән торған инициатив төркөм һайланды. Уларға эшне ойошторорға һәм проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында халыҡҡа хәбәр итеп торорға тура киләсәк.
Халыҡ бер тауыштан ҡарар ҡабул итте.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: