Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 10:33

Спорт майҙансығы өсөн тауыш бирҙеләр

Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, был көндө Варшавка ауылы халҡы берҙәм булып теш дауалау пункты алдында йыйылды. Барыһының да теләге бер - Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, унда еңеп сығыу.

Спорт майҙансығы өсөн тауыш бирҙеләр
Спорт майҙансығы өсөн тауыш бирҙеләр

Спорт майҙансығы өсөн тауыш бирҙеләр
Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, был көндө Варшавка ауылы халҡы берҙәм булып теш дауалау пункты алдында йыйылды. Барыһының да теләге бер - Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, унда еңеп сығыу.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә башлағансы, күңел асыу саралары ойошторолдо. Ауыл халҡы алдында агитбригада сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең шаян һәм күңелле йырҙарын башҡарҙылар, халыҡ менән әйлән-бәйлән йөрөнөләр. Күңелле итеп спорт бәйгеләре лә уҙғарылды. Шулай уҡ лотерея билеттары ла уйнатылды, һәр билет отошло булып сыҡты.
Һуңынан халыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр. Улар алдында муниципаль район хакимиәтенең финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илфат Хәмитов халыҡты Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуҙың маҡсаты һәм шарттары менән таныштырҙы.
- Был Программа халыҡ үҙе генә тормошҡа ашыра алмаған көнүҙәк мәсьәләләрҙе финанс яҡтан хәл итергә ярҙам итә, - тип белдерҙе. Артабан һүҙҙе Шайморатов ауыл биләмәһе башлығы Илвир Миҙхәт улы Моратшин дауам итте.
- Беҙ был программала бер нисә тапҡыр ҡатнашып, еңеп сыҡтыҡ. Шайморатов, Илтерәк, Грачевка ауылдары үҙҙәренең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл иттеләр. Һеҙҙең менән дә уңышҡа ирешергә тырышырбыҙ, - тине ул.
Артабан конкурста ҡатнашып, район бюджетынан аҡса алыу өсөн ауыл халҡының көнүҙәк проблемалары тикшерелде. Улар өсәү: ауылдың Рәйес Мөлөков урамында спорт майҙансығы булдырыу; ауыл урамдарының яҡтыртыу системаһын ремонтлау; Баҡса урамындағы автомобиль юлын ремонтлау.
Йыйылышта барлығы 28 кеше ҡатнашты һәм уларҙың күпселеге Варшавка ауылының Рәйес Мөлөков урамында спорт майҙансығы булдырыу өсөн дәррәү тауыш бирҙе.
Илвир Миҙхәт улы сығымдарҙың күпме буласағын әйтеп ишеттерҙе. Ул 653 679 һум 04 тин тәшкил итәсәк. Был сумманың 495000 һумы республика бюджетынан булһа, 69479 һум 04 тине - ауыл биләмәһе бюджетынан, 44600 һумына иғәнәселәр ярҙам итһә, 44600 һумын халыҡтан йыйырға тура киләсәк. Һөҙөмтәлә, һәр бер йорттан 900 һум йыйырға, тигән ҡарарға килделәр.
Шулай уҡ ауылдың актив кешеләре – Нурсилә Әминева, Регина Гарчу, Радмир Ғиззәтуллин, Вәсим Кәримов, Раил Рәхмәтуллин һәм Илшат Хәмиҙуллиндан торған инициатив төркөм төҙөлдө.
“Беҙ еңеүебеҙгә ышанабыҙ!”, - тип бер тауыштан белдерҙе варшавкалылар. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа бының шулай булыуына һәм был спорт майҙансығында олоһо ла кесеһе лә үҙҙәренә кәрәкле шөғөл табыр, тип ышанып ҡалабыҙ.
Алһыу Кәримова.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: