Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 05:43

Халыҡ әүҙем ҡатнашты

Иҫке Бәпес ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Ауыл халҡы был эштең мөһимлеген аңлай, сөнки проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалар хәл ителә.

Халыҡ әүҙем ҡатнаштыХалыҡ әүҙем ҡатнашты
Халыҡ әүҙем ҡатнашты

Халыҡ әүҙем ҡатнашты
Иҫке Бәпес ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Ауыл халҡы был эштең мөһимлеген аңлай, сөнки проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалар хәл ителә.
Халыҡ алдында Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин һәм район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Илфат Хәмитов сығыш яһанылар. Азамат Муса улы үткән йылдарҙа ауыл биләмәһенең ошо программала ҡатнашыу һөҙөмтәләре, уның ярҙамында ауыл биләмәһендә ҙур сығым талап иткән күләмле эштәр башҡарылғанлығы, ә Илфат Йәүҙәт улы программаның өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне. Халыҡ үҙҙәрен борсоған тәҡдимдәрен әйтте. Йыйылышта һәр һорауға, тәҡдимгә ентекле яуап бирелде. Шулай ҙа улырҙың бер нисәүһе араһынан иң кәрәклеһе тип бер тауыштан өр-яңы янғын һүндереү өсөн һыйым кәрәклеген күтәреп алдылар.
Юнир Дилмөхәмәтов, Дамир Ҡолоҡаев, Ләйсән Абнасирова, Әнисә Әхмәтова, Фирүзә Факил ҡыҙы Абдуллиналарҙан торған инициатив төркөм һайланды. Улар халыҡтан аҡса йыясаҡ. Һәр йорт башынан 700 һум аҡса йыйырға тип килештеләр. Әгәр ҙә аҡса артып ҡалһа, уны янғын кәрәк-яраҡтары өсөн әйберҙәр алыу өсөн ҡулланырға, тиелде. Әлбиттә, был мөһим эшкә бағыусылар ҙа – шәхси эшҡыуарҙар йәлеп ителәсәк.
Иҫкебәпестәр үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтте, хәҙер инде улар “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының еңеп сығыуына һәм уңышлы тормошҡа ашырына ышана.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас