Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 10:57

Дәррәү тауыш бирҙеләр

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” програмамһы Башҡортостан Республикаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙең район да был проектта беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Бөгөнгө көндә барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса йыйылыштар үткәрелә. Үрге Тимкә ауылында ла халыҡ йыйыны уҙҙы.

Дәррәү тауыш бирҙеләр
Дәррәү тауыш бирҙеләр

Дәррәү тауыш бирҙеләр
“Урындағы башаланғыстарҙы хуплау” програмамһы Башҡортсотан Республикаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙең район да был проектта беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Бөгөнгө көндә барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса йыйылыштар үткәрелә. Үрге Тимкә ауылында ла халыҡ йыйыны уҙҙы.
Ҡабаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов әлеге программаның асылы тураһында һөйләне.
- Республикала “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы уңышлы эшләп килә. Уның ярҙамында беҙҙең үҙ ауылдарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы конкурс нигеҙендә биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлдерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидиялар бүлеп биреүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа проекттарҙы һайлап алыу халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында ғәмәлгә ашырыла, - тип билдәләп үтте Руслан Фәнис улы.
Йыйылышта өс тәҡдим индерелде: һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, Штиль йылғаһы аша күперҙе проектлау һәм төҙөү, ауыл урамдарын яҡтыртыу. Һөҙөмтәлә, күпселек тауыш менән Үрге Тимкә ауылында урамнарҙы яҡтыртыуҙы капиталь ремонт үткәрергә, тигән ҡарарға килделәр.
Проект тураһында фекер алышҡандан һуң, тауыш биреү юлы менән Лариса Төхвәтуллина, Гөлнур Баһауетдинова һәм Олеся Ходинованан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Активистарҙың төп бурысы – урындағы халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын күҙәтеү. Һәр йорттан 1000-әр һум аҡса йыйырға ҡарар ителде. Аҡса артып ҡалған осраҡта, ул ауылға ингән урыды яҡтыртыу яйланмаһы урынаштырыуға ҡулланыласаҡ.
Миләүшә ШАМИЛОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: