Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 10:52

Бер тауыштан хупланды

Яңы Муса ауылында йәшәүселәрҙең “Урындағы башланғысатрҙы хуплау” программаһында ҡатаныу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.

Бер тауыштан хупланды
Бер тауыштан хупланды

Яңы Муса ауылында йәшәүселәрҙең “Урындағы башланғысатрҙы хуплау” программаһында ҡатаныу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.
Йыйылышты Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова асты.
- “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы бюджетта аҡса етмәгән ауыл проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге бирә. Шуға күрә район, республиканың күп кенә ауыл биләмәләре унда ҡатнашырға теләк белдерә лә инде. Мин һеҙгә лә ситтә ҡалмаҫҡа һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итәм, - тине Илмира Әнүәр ҡыҙы.
Илмира Ғәлиәхмәтова билдәләп үтеүенсә, Иҫке Муса ауыл Советы алтынсы йыл был программала ҡатнаша һәм биш тапҡыр проект еңеп сыҡты. Шуның ярҙамында Иҫке Муса ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһе төҙөкләндерелде, “Беларусь” МТЗ-80 тракторы һатып алдылар, Арыҫлан ауылында яҡтылыҡ үткәрҙеләр, Иҫке Муса ауыл Советы алдына асфальт түшәлде, Аҡкүл ауылында зыярат төҙөкләндерелде.
Йыйылышта тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҡаралды. Төп мәсьәләләрҙең береһе - ауыл урамдарын яҡтыртыу, юлдар һалыу һәм һыу менән тәьмин итеү.
Ауыл халҡының күпселеге “Яңы Муса ауылында урамдарҙың яҡтыртыу бағаналарын капиталь ремонтлау” программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе. Шулай уҡ ауыл халҡы халыҡтан йыйыласаҡ сумманы - һәр йорт башынан 1100 һум аҡса йыйырға, тип билдәләне.
Тауыш биреү юлы менән биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Улар - Гөлшат Абдрахимова, Әнүәр Заһиҙуллин, Әхмәт Ғәлимов, Әлфиә Хөснуллина, Мазһар Ғәйфуллин. Активистарҙың төп бурысы – урындағы халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын күҙәтеү аҫтында тотоу.
Урамдарҙың яҡтыртылмауы ауыл кешеләрен күптән борсой ине. Иҫке Муса ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында еңеп сығыр һәм Яңы Муса ауылы урамдары ялт итеп торор, тип ышанабыҙ.
Ғәлиә Кәримова

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: