Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 11:39

Берҙәм ҡарарға килделәр

Сахай ауыл клубында 2022 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса граждандарҙың йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.

Берҙәм ҡарарға килделәр
Берҙәм ҡарарға килделәр

Берҙәм ҡарарға килделәр
Сахай ауыл клубында 2022 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса граждандарҙың йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәтенең финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Й.Хәмитов һәм Сахай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Хөснетдинов, эштәргә идара итеүсе Ләйсән Шәрипова ҡатнашты.
- Беҙҙең был Программала ҡатнашҡаныбыҙ булды, барығыҙға ла килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Был проект дәүләт һәм өлөшләтә ауыл халҡы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Быйыл да ҡатнашып еңергә тырышырбыҙ, - тине ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рауил улы һәм көнүҙәк ҡараласаҡ һорауҙарҙы әйтеп үтте.
Илфат Йәүҙәт улы халыҡҡа ауылдағы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән Проект тураһында һөйләне. 2023 йылда программаны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 500 млн. һум аҡса ебәреләсәк (ағымдағы йылға ҡарағанда 100 млн. һумға күберәк), конкурс заявкаһына 1 млн. 200 мең һумға тиклем (алдағы осорҙан 200 мең һумға күберәк). Алдан булған йыйылыштарҙа өс сиселәһе мәсьәлә күтәрелеп сыҡҡан ине. Беренсеһе һыуүткәргесте ремонтлау, икенсеһе урамдарны яҡтыртыу, янғын һүндереү цистернаһы һатып алыу. Ауыл халҡы бер тауыштан янғын һүндереү цистернаһы һатып алыу өсөн тауыш бирҙе. Шулай уҡ аҡсаны һәр йорт башынан йыйырға тигән ҡарарға килделәр.
Проект тураһында фекер алышҡанадн һуң, ауылдың иң әүҙем кешеләренән инициатив төркөм төҙөлдө. Уның рәйесе итеп Фия Хисамова һайланды, шулай уҡ Рәүиә Кәлимуллина, Таһир Вилданов, Лилиә Яҡупова, Рәшиҙә Сәлимйәнова, Резеда Әдиәтуллина бер тауыштан һайландылар. Улар халыҡтан аҡса йыясаҡ һәм барлыҡ алып барылған эштәрҙе күҙәтеп барасак. Янғын һүндереү цистернаһы һатып алып, йыйылған аҡсалар ҡалһа, был сумманы янғын гидранты алырға тигән ҡарарға килделәр.
Шулай осрашыу аҙағында ауыл халҡы төрлө ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Унда һыу менән тәьмин итеү, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм автобус маршрутын булдырыу кеүек муниципаль берәмек вәкәләттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелеп сыҡты.
Сахай ауылы халҡы был Программала ҡатнашып еңеп сығырҙар, тип өмөтләнеп ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Әсәҙуллина.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: