Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 10:22

Балаларға – уйын майҙансығы

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Был программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә күп эштәр башҡарылды. Ошо маҡсатта Ҡарлыман ауылында йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Балаларға – уйын майҙансығы
Балаларға – уйын майҙансығы

Балаларға – уйын майҙансығы
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Был программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә күп эштәр башҡарылды. Ошо маҡсатта Ҡарлыман ауылында йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.
Башта Ҡырмыҫҡалы ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов ауыл халҡын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы, уҙған йылдарҙа ауыл биләмәһенең унда ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында быйыл да ҡатнашырға тәҡдим ителгәс, Ҡарлыман ауылы халҡы бер тауыштан ризалаша. Улар был программаның ҙур ярҙам булыуын аңлай, сөнки уның ярҙамында ауыл биләмәһендә ҙур сығым талап иткән мөһим эш башҡарылған була: Ҡырмыҫҡалы-Ҡарлыман араһындағы 1 километр оҙонлоғонда һыу үткәргес ремонтлана.
Йыйылышта был юлы ҡарлымандар проблемалар араһынан уйын майҙансығын төҙөүҙе һайланы, һәм ул бер тауыштан хупланды. Сөнки ауыл кешеләре үҫеп килеүсе быуындың физик һәм психик һаулығы, бушыраҡ саҡтарында ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғарыуҙары өсөн борсола.
Ошо маҡсатта әгәр проект менән еңеп сыҡһалар, һәр йорттағы кешенән 220-шәр һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килделәр. Ә аҡса ҡалһа, уға мәғлүмәт стенды алырға килештеләр. Инициатив төркөм дә һайланды. Улар – Зөлфәр Хөсәйенов, Нур Ғәҙелшин, Зәлил Исхаҡов, Айҙар Ҡолғонин, Фәйрүзә Ҡотлобаева, Раушания Өмөтбаева, Гөлназ Хоҙайбирҙина, Илгиз Сафин, Андрей Зубаков.
Һайлаған проект уңышлы тормошҡа ашырылып, балалар майҙансығы әүҙем ял өсөн яратҡан урындарҙың береһенә әйләнер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: