Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2022, 12:38

46 контейнер килгән, тағы ла 130-ын көтәләр

Улар тиҙҙән ауылдарға тапшырыла.

46 контейнер килгән, тағы ла 130-ын көтәләр
46 контейнер килгән, тағы ла 130-ын көтәләр

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районға 46 евроконтейнер килтерелгән. Улар сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн тәғәйенләнә, йәғни был контейнерҙарға аҙыҡ һәм үҫемлек ҡалдыҡтарынан тыш, бөтә сүпте һалырға мөмкин.

Һауыттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы субсидиялау программаһы буйынса һатып алынған. Улар махсус майҙансыҡтарҙа урынлаштырыла.

Хакимиәттең йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, яңы контейнерҙар тиҙҙән ауылдарға тапшырыла. Йыл аҙағына тиклем ҡыҙыл, һары, күк төҫтәге йәнә 130 контейнер килеүе көтөлә.

– Ҡыҙыл һауыттар – быяла, һарыһы – пластик, күге ҡағыҙ ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнә, – тине район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Анатолий Щербинин. – Контейнерҙар федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алына. Муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ошо маҡсатҡа 12 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уға 11451 евроконтейнер һатып алынған.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/364220#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: