Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июль 2022, 10:06

Спорт менән бәйле ғүмер

Кеше ғүмерендә физкультура менән спорт бик әһәмиәтле урын биләй һәм сәләмәтлек сығанағы булып тора. Спорт менән сыныҡҡан кеше ауырлыҡтарға ла бирешә һалып бармай.

Спорт менән бәйле ғүмер
Спорт менән бәйле ғүмер

Кеше ғүмерендә физкультура менән спорт бик әһәмиәтле урын биләй һәм сәләмәтлек сығанағы булып тора. Спорт менән сыныҡҡан кеше ауырлыҡтарға ла бирешә һалып бармай. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа йәше лә, ҡарты ла спортҡа ылыға башланы. Сәләмәт тормош алып барыу өсөн тейешле шарттар ҙа тыуҙырыла – бик күп спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлә. Эйе, сәләмәт тормош алып барыу модаға керҙе, күптәрҙең йәшәү рәүешенә әүерелде, тип ауыҙ тултырып һөйләргә лә була.  

Беҙҙең мәҡәлә геройы - Ҡырмыҫҡалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өлкән методист-инструктор, волейбол буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләгән Ирек Нәзиров та үҙ ғүмерен спорт менән бәйләгән. Бала саҡтан үҙенең етеҙлеге, тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып тора ул. Иң яратҡан дәресе лә уның физкультура дәресе була һәм спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан уҡытыусыһы Александр Адамовичты тик йылы хистәр менән хәтерләй. Шулай итеп, волейбол, баскетбол уйындарын, еңел атлетиканы үҙ иткән, Ҡырмыҫҡалының 2-се урта мәктәбен тамамлаған үҫмер күп тә уйлап тормай, ғүмерен спорт менән бәйләргә ҡарар итә. Әммә тормош тигәнең һәр саҡ һин уйлағанса ғына бармай шул: 18 йәшлек егет аяныслы хәлгә тарый – волейбол уйнаған сағында ныҡ итеп аяғын имгәтә һәм уға бик күп операциялар кисерергә тура килә. Шулай ҙа сос егетебеҙ бер ҙә генә баҙап ҡалмай: Стәрлетамаҡ ҡалаһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә лә, үҙ һөнәре буйынса эшләй ҙә башлай. Шул уҡ ваҡытта райондың комсомол комитетында эшләп алырға, Йоматауҙағы техникумда юридик белем алырға ла өлгөрә. Әйткәндәй, техникумда “Конституция хоҡуғы” фәне буйынса уларҙы Радий Фәрит улы Хәбиров уҡыта.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә Ирек Әнүәр улы спортты ташламай һәм бик күп йылдар райондың йыйылма волейбол командаһы составында төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡырмыҫҡалы гимназияһына административ-хужалыҡ өлкәһе буйынса директор урынбаҫары вазифаһына эшкә күскәс, Ирек Нәзиров барыбер бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра - ситтән тороп Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһының физкультура факультетын тамамлай. 2008 йылдан алып ул  райондың спорт мәктәбендә тырышып эшләй, балаларҙы волейбол уйнарға өйрәтә.

- Тормошомдо спортһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Атайым - Әнүәр Миңзакир улы Ямалов оҫта гармуны һәм баянсы ғына түгел, ә шулай уҡ шәп волейболсы ла. Спортҡа булған һәләт унан күскәндер, тип уйлайым. Волейбол буйынса тәүге тренерым Умар Османовҡа оло рәхмәтлемен. Уның тырышлығы менән командабыҙ бик күп тарафтарҙа ярыштарҙа ҡатнашты, барлыҡ Башҡортостанды урап сыҡтыҡ тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Үҙемдең бар белемемде һәм тәжрибәмде уҡыусыларға бирергә, бар яҡлап уларҙың һәләттәрен үҫтерергә тырышам. Әлбиттә, физкультура һәм спортты яратырға кәрәк. Ул кешене физик яҡтан ғына түгел, ә шулай уҡ рухи яҡтан да сыныҡтыра, тормошта осраған ҡатмарлы мәлдәрҙә һынырға бирмәй, шулай уҡ төрлө насар ғәҙәттәрҙән арындыра. Спорт – минең бар булмышымды ялмап алған, мин унһыҙ бер көн дә йәшәй алмайым, - ти үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында Ирек Әнүәр улы.

Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы тигәндәй, Ирек Нәзиров 2006 йылдан алып райондың һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын уңышлы башҡара.

Ғүмерен спорт менән бәйләгән яҡташыбыҙға киләсәктә лә бары тик уңыштар һәм еңеүҙәр генә юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: