Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2022, 10:46

Йәшлеккә бағышланған көн

Йәшлек, йәшлек... Күпме йырҙар йырланған һинең турала, күпме шиғри юлдар бағышланған һиңә!

Йәшлеккә бағышланған көн
Йәшлеккә бағышланған көн

Йәшлек, йәшлек... Күпме йырҙар йырланған һинең турала, күпме шиғри юлдар бағышланған һиңә! Белеүегеҙсә, 1993 йылдың 27 июненән алып илебеҙҙә Йәштәр көнө билдәләнә. Был байрамды йәше лә, ҡарты ла берҙәй үҙ итә. Үткән шәмбе көнө район үҙәгендә уҙғарылған барлыҡ күркәм саралар нәҡ шул байрамға, кеше ғүмеренең иң гүзәл осоро – йәшлеккә бағышланды. Күңеле менән йәш булып ҡалыусы ололар ҙа был байрам сараларынан  ситтә ҡалманы.

Көндөң тәүге яртыһында йәштәр район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров менән саф һауала “Аҡкүл” паркы биләмәһендә формаль булмаған шарттарҙа осрашты. Был осрашыуҙы ойоштороусылар “Гайд парк” тип атаған ине. Күптәрҙең ҡолағына ят булған был яңы һүҙ “Һәр теләүсе үҙенең фекерен әйтергә мөмкин булған территория” тигәнде аңлата икән. С. Чугункин исемендәге мәктәп директоры Дамир Әхтәмов алып барған әңгәмә ваҡытында тарихҡа, төрлө мауыҡтырғыс факттарға байҡау яһалды. Бында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты, фекер алышты һәм ниндәйҙер һығымталар яһаны.

Көн төшкә ауышҡан мәлдә “Аҡкүл” паркына иң көслө йәштәр йыйылды.

Был ваҡытта Прибельск, Иҫке Бәпес, Боҙаяҙ, Ҡабаҡ ауылдары һәм Ауырғазы күп профилле колледж командалары винтовканы йыйып-ҡороу, уҡтан атыу, противогаз менән йүгереү кеүек тиҙлеккә ҡоролған төрлө һынауҙар үтте. Жюри ағзаларының иҫәпләүҙәре буйынса еңеүсе тип Прибельск командаһы танылды. Икенсе урын – колледж командаһына, ә өсөнсө урын иҫкебәпестәргә тәтене.   

Йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар ярышып бөтөүгә майҙанға биҙәнгән-төҙәнгән, матур туй күлдәктәрендәге кәләштәр ҙә килеп етте. Улар өсөн дә был көндө бик ҡыҙыҡлы конкурстар әҙерләнгәйне. Сараны алып барыусы Ольга Исхакова кәләштәрҙе һөйләтте лә, бейетте лә, ирҙәргә галстук бәйләй белеү һәм селфи төшөү буйынса оҫталығын да тикшерҙе. Конкурстың бөтә шарттарын да уңышлы үтеп, Сихонкино ауылынан килгән Роза Дмитриева – “Иң элегант кәләш”, Боҙаяҙдан Аделина Фәүзетдинова – “Иң харизматик кәләш”, Ҡырмыҫҡалынан Регина Ғайсарова “Иң нурлы кәләш” номинацияларына эйә булды. “Иң мөләйем кәләш” номинацияһы алған Иҫке Бәпес ауылы китапханасыһы Альбина Әлимбәкова менән беҙгә яҡындан танышырға насип булды:

- Бындай конкурста тәүгә ҡатнаштым. Миңә шул тиклем оҡшаны. Байрамдан алған тәьҫораттарымды аңлатырға һүҙҙәр ҙә табып булмай. Иҫке Бәпес ауылына килен булып төшөүемә 16 йыл ғүмер үтеп китһә лә, туй күлдәгемде һәм туфлиемды матур итеп һаҡлап һалып ҡуйғайным. Күлдәгемә лә һыйҙым, туфлием да яраны, тип ҡыуанып бөтә алмайым. Был байрамда үҙемде 18 йәшлек ҡыҙ итеп тойҙом, хатта. Тормош ипәшем дә мине туй күлдәгендә күреп, аптырап китте. Аллаға шөкөр, ғаиләбеҙҙә ике ул, бер ҡыҙ үҫеп килә. Миңә шундай матур хис-тойғолар бүләк иткәне, бер мәлгә генә булһа ла үҙемде йәш ҡыҙ итеп тойорға мөмкинлек биргән өсөн конкурсты ойоштороусыларға оло рәхмәт әйткем килә, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Альбина Әмир ҡыҙы.

Киске сәғәттәрҙә уҙған сараға иһә бигерәк тә күп халыҡ йыйылғайны. Байрамдың рәсми өлөшөндә район Советы рәйесе Ринат Шәйбәков, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева һәм башҡалар барлыҡ ҡунаҡтарға изге теләктәрен юллағас, иң әүҙем йәштәрҙе билдәләп үттеләр. Дәртле йыр-бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар менән үрелеп барған сара байрам салюты менән тамамланды.

Утыҙ йылға яҡын тарихы булған йәшлек һәм гүзәллек менән һуғарылған ғәжәйеп байрам дәрте ташып ташып торған, йәшлектәренең ҡәҙерен белгән бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, тип уйлайбыҙ.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: