Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2022, 10:01

Урау булһа ла, юл яҡшы

Беҙҙең районда юлдарҙың торошо ни хәлдә? Әлеге көндә ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте филиалы –Ҡырмыҫҡалы юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы начальнигы Илдар Яруллинға мөрәжәғәт иттек.

Урау булһа ла, юл яҡшы
Урау булһа ла, юл яҡшы

“Рәсәйҙә ике бәлә бар: юлдар һәм иҫәрҙәр”, - тигән уйынлы-ысынлы һүҙҙәр халыҡ телендә элек-электән йөрөй. Эйе, юл менән бәйле проблема беҙҙе ғүмер буйы оҙата килә, сөнки юлдың бер өлөшөн төҙәтеп өлгөрмәйҙәр, икенсе ерендә соҡор-саҡыр барлыҡҡа килә, инде генә грейдер тигеҙләп үтһә, ямғыры яуып, тағы юлды эшлектән сығара. Шуға күрә юл хеҙмәткәрҙәренә көндән-көн яңы эш өҫтәлеп кенә тора.

Беҙҙең районда юлдарҙың торошо ни хәлдә? Әлеге көндә ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте филиалы –Ҡырмыҫҡалы юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы начальнигы Илдар Яруллинға мөрәжәғәт иттек.

Идаралыҡтың исеме үк әйтеп тороуынса, предприятие юлдарҙы хеҙмәтләндереү, ремонтлау, төҙөү һәм уны тәртиптә тотоу менән шөғөлләнә. Илдар Хәлим улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ла юлсылар шул йүнәлештә эштәр алып бара. Иң ҙур ремонттар Өфө-Инйәр-Белорет автоюлындағы Ҡырмыҫҡалыға кергән һәм Шәрипҡол юл киҫелешенән Олокүл юл киҫелешенә тиклемге юлдарҙа башҡарыла. Ҡырмыҫҡалы ауылы эсендә иһә Парк урамындағы 300 метр асфальттың өҫтө яңыртылған. Райондағы асфальт юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау өсөн 2 500 тонна тирәһе асфальт-бетон ҡушылмаһы сарыф ителгән.

Ҡырмыҫҡалы-Түбәнге Төкөн юлы буйынса ла һорау бирмәй ҡалманыҡ, әлбиттә. Илдар Яруллин белдереүенсә, был юл Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығына ҡарай. “Әгәр республика аҡса бүлһә, юлға асфальт түшәүҙе дауам итергә беҙ ҡуш ҡуллап риза”, - ти ул был хаҡта.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта Илтуған-Иҫке Муса юлының 4,5 км арауығына эшләнә башлаған реконструкция хаҡында белештек.

- Үҙегеҙ күреүегеҙсә, быйылғы йәй ямғырлы, шуға күрә эш ҡайһы саҡ туҡталып та тора, әммә объектты көҙгә, алдан планлаштырған ваҡытҡа тапшырасаҡбыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең эштә иң ҙур ҡатмарлыҡ ана шул һауа торошо шарттары менән бәйле. Яҙ һәм көҙ миҙгелдәренең бигерәк оҙаҡҡа һуҙылыуы, ямғырлы йәйҙәр юл эшенә бик ныҡ ҡамасаулай, эшкә тотҡарлыҡ яһай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә коллективыбыҙҙағы 287 эшсенең барыһы ла тырышып хеҙмәт итә. Беҙҙә вахта ысулы менән эшләү ҙә ҡаралған. Идаралыҡҡа күберәк юғары белемле белгестәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Шулай ҙа эшсе кадрҙар етешмәүе менән бәйле проблемабыҙ бар. Эш хаҡына килгәндә инде, хеҙмәткәрҙәр ваҡытында эш хаҡы алып тора, уртаса хеҙмәт хаҡы 45 мең һум тирәһе тәшкил итә. Идаралыҡ бөтә кәрәкле заманса техника менән тәьмин ителгән. Бөгөнгө көндә беҙҙең 90 берәмек техника һәм Урал ауылындағы асфальт-бетон заводы бар. Ике карьерыбыҙ ҡом-ҡырсынташ менән тәьмин итә. Эштең сифатын үҙебеҙҙең лаборатория контролдә тота. Юлсыларҙың эше бөтмәҫ-төкәнмәҫ: ҡыш көндәре ҡар менән көрәшһәк, йәй көндәре эшебеҙ тағы ла арта, - тип таныштырҙы эш барышы менән Илдар Хәлим улы.

Урау булһа ла, юл яҡшы, тип юҡҡа әйтмәгәндер халҡыбыҙ. Тура булһа ла, урау булһа ла, тик яҡшы булһын юлдарыбыҙ. Ә уларҙың ниндәй торошта булыуы юл эшсәндәренең тырышлығынан тора. Йөрөгән юлдарыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн юлсыларыбыҙ артабан да тырышып эшләрҙәр, тип ышанайыҡ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: