Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2022, 10:54

Их, тәмле үлән сәйҙәре!

Әҫпеһе ҡалҡып (аллергия) йонсоғандар арабыҙҙа байтаҡтыр. Экологик хәл-тороштоң киҫкенләшеүеме, ашаған ризығыбыҙ ҙа һәр төрлө "Е" ҡушымталы булыуымы һаулығыбыҙға кире йоғонто яһай. Боронғолар аллергияны әҫпе еләге менән дауалаған.

Их, тәмле үлән сәйҙәре!
Их, тәмле үлән сәйҙәре!

Сәй – башҡорттоң иң төп милли эсемлектәренең береһе. Башҡорттар йөҙәр йылдар дауамында сәй ҡулланған, уны шулай уҡ файҙалы дарыу үләндәрен ҡушып та эскәндәр. Башҡорттар ҡунаҡ ҡаршы алғанда ла гел генә сәй табынына саҡыра. Быуаттар төпкөлөнән килә был ғәҙәт. Үлән сәйен дә халҡыбыҙ элек-электән файҙаланған. Үлән сәйҙәренең файҙаһы бик ҙур, әлбиттә, тик уларҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан да һаҡ булырға кәрәк. Тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән төрлө шифалы үләндәр ҡушып яһалған сәй эсеү - үҙе ни тора!

 

Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы
Быны әҙерләү өсөн: мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡыр сейәһе, бөрлөгән, ҡара ҡарағат, әлморон һәм урман еләге япраҡтары ҡулланғандар. Был үләндәрҙе июндә йыйғандар.

Ете төр үләнде әҙерләү бер нисә этапты үҙ эсенә ала, шуларҙың иң мөһиме – ферментациялау. Борон башҡорттар үләндәрҙе балта менән ваҡлаған, унан таҡта өҫтөнә һалып, туҡыма менән ҡаплап, ҡояшта киптергән.
Хужабикәләр ваҡыты-ваҡыты менән үләндәрҙе усына һалып, әҙерлеген тикшергән, сеймал дымлана башлау менән уны мейескә киптерергә ҡуйған.

Хәҙер япраҡтарҙы тарттырғыс ярҙамында ваҡлап була, уның ярҙамында ваҡлағанда, үҫемлектең һуты күберәк бүленеп сыға. Сәйҙе газ мейесендә юғары
булмаған эҫелектә киптерергә мөмкин. Сәйҙең тәме һаҡланһын өсөн уны бер үк кимәлдәге түбән температурала 30 минут тирәһе киптерергә кәрәк.

 

Боланут
Болануттан (иван-чай, кипрей) сәй яһау һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында айырыуса ныҡ танылыу алды. Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Был сәй кешене тынысландыра, арыуҙы баҫа, мейе эшмәкәрлеген яйға һала, хәтерҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын төшөрә, һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора.

Боланутты аяҙ, ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс йыйырға кәңәш ителә. Үләнде йыуырға, ғөмүмән, һыуға тигеҙергә ярамай. Сәй яһау өсөн иң файҙалы өлөшө – өҫкө япраҡтары. Бәғзе берәүҙәр тәм һәм төҫ өсөн бер аҙ сәскәһенең таждарын да ҡуша. 

Күләгәле урында япраҡтарҙы бер аҙ (6-12 сәғәт самаһы) һулытып алырға, япраҡтар үтә ныҡ кипмәҫкә тейеш. Артабан япраҡтарҙың һуты сыҡҡансы ыуырға, ваҡларға һәм быяла йәки эмалләнгән һауытҡа һалып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға. Өҫтөнә берәй ауыр нәмә һалырға кәңәш ителә.

Ферментлау барышының ваҡытына сәйҙең төҫө, үҙенсәлеге бәйле. 5-6 сәғәт ферментланһа – йәшел сәй, оҙағыраҡ тотһаң – ҡыҙыл, тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, ҡара сәй килеп сыға. Артабан кемдер газ плитәһе өҫтөндә табала, икенселәр духовкала йәки мейестә (үтә ҡыҙыу булмаһын, яҡынса 80-100 градус эҫелек етә) киптереп ала. Аҙаҡ күгәрмәһен өсөн 3-4 көн асыҡ һауала ныҡлы киптерергә кәрәк.

Һуңғы ваҡытта интернетта тағы бер ысул тураһында яҙыусылар күп кенә. Әгәр йәйгеһен боланутты эшкәртергә ваҡытығыҙ булмаһа, таҙа итеп айырып алынған япраҡтарҙы туңдырғысҡа һалып туңдырығыҙ. Ҡышҡыһын үҙегеҙгә кәрәгенсә сығарып, духовкала йәки плитәлә киптереп алырға мөмкин. Туңып ирегән боланут – ферментланған әҙер сеймал, уны үҙегеҙгә оҡшағанса киптереп алыу ғына бурыс. Ҡайһы берәүҙәр боланутты киптергән саҡта аҙ ғына бал ҡушып, үләндәрҙе ыуып ебәрә. Ул саҡта сәйегеҙ бигерәк хуш еҫле булыр!


Әҫпе еләге

Әҫпеһе ҡалҡып (аллергия) йонсоғандар арабыҙҙа байтаҡтыр. Экологик хәл-тороштоң киҫкенләшеүеме, ашаған ризығыбыҙ ҙа һәр төрлө "Е" ҡушымталы булыуымы һаулығыбыҙға кире йоғонто яһай. Боронғолар аллергияны әҫпе еләге менән дауалаған.

Алабута һымаҡ үҫкән ҡыҙыл емешле үләнде осратҡанығыҙ барҙыр. Әҫпе еләге (земляничный шпинат) алабуталар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән ул. Африка еренән таралып киткән, тиҙәр. Тиреҫле, йомшаҡ ерҙәрҙе ярата. Емешенең тәменә килгәндә, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә татлы. Был үҫемлек аҡһым, клетчатка, органик кислоталар, флавоноидтар, төрлө витаминдарға бай. Бигерәк тә япраҡтарында. Ә еләге эс ҡатыу осрағында, өлкән йәштәгеләргә бик килешә. Хатта аллергия арҡаһында тын ҡыҫылыуҙан (одышканан ) шифаланғандар бар. Ниндәй миҡдарҙа ҡабул итергә килгәндә, дауаланыусылар ошолай өйрәтә: еләктәре менән ҡуша кипкән, йәки яңы өҙөп алған 1- 2 һабаҡ әҫпе еләген бер литрға яҡын ҡайнар һыу ҡойоп ултыртып тораһың. Көнөнә 3 - 4 тапҡыр ашар алдынан эсеп йөрөргә. Әҫпе еләген бер сәсһәң, бүтән сәсеүҙең кәрәгелә юҡ. Баҡсала бик тиҙ тарала. Еләктәре бешкәс, элеп киптерергә, моҡсайҙа йәки быяла һауыттарҙа еләген тирмәй генә һаҡлап тотонорға була.

 

Ҡайын еләге
Ул үҙенең иҫ киткес хуш еҫле тәме менән генә түгел, шифалы үҙенсәлектәре менән дә борон-борондан яҡшы билдәле. Ҡайын еләгенең емеше генә түгел, япраҡтары ла, һабағы ла, тамыры ла файҙалы.

Уның составында еңел үҙләштерелеүсе глюкоза менән фруктоза бар, ә әсе тәмде лимон, алма, салицил һәм хин кислоталары бирә. Эфир майҙары уға хуш еҫ өҫтәүсе матдәләр өҫтәй. Унда тимер сливаға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә виноградҡа ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк. Ә составындағы кальций күләме буйынса, ул бөтә-еләк емештәр араһында беренсе урында килә. Тимәк, организмығыҙға кальций етмәй икән, күберәк ҡайын еләге ашарға кәрәк.

Ҡайын еләге аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. 100 г яңы өҙөлгән еләктә ул 120 мг була икән. Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә бай булыуы менән дә сәләмәтлек өсөн файҙалы ул.

Ҡайын еләге йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан уны күпләп ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.

Ул аш эшкәртеү процесын, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләүгә лә ярҙам итә. Ашҡаҙан,бөйән сей яраһынан, эс ҡатыуҙан, геморройҙан һәм глисталарҙан файҙаһы бар. Ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуыу юлдары ялҡынһынғанда уның емешен файҙаланалар. Һанай китһәң, уның бик күп ауырыуға ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Ҡалҡан биҙе сирҙәренә ҡаршы ла, быуын һыҙлауынан да, бөйөр ауырыуҙарына ла, диабеттан да, анемиянан да, матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан да, диатезды, подаграны, циститты дауалауҙа ла шифаһы тейә.

Дауаланыу өсөн уның еләгенән, япрағынан, тамырынан төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, кипкән емешенән төнәтмә әҙерләү өсөн 4 ҡалаҡ емешкә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ тоторға. Уны көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә мөмкин.

Ҡара ҡарағат

Ҡарағат япрағы ла бик фай­ҙалы. Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк ит­кән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Биге­рәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бы­ның өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк.

Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреүҙе яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ итә.

Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек беше­рәләр – сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр.

 

Йүкә сәскәһе

Йүкә сәскәһе составында эфир майы, гесперидин һәм тилицианин гликозидтары, сапониндар, каротин, аскорбин кислотаһы, фарнезол һәм башҡалар бар. Уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, бигерәк тә әлеге осорҙа - төрлө киҙеү һәр кемде һағалап торған ваҡытта ул бик кәрәк. Йүкә сәскәһе тән температураһын төшөрөүгә, йүтәлде бөтөрөүгә булышлыҡ итә, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы шәкәр күләмен кәметергә ярҙам итә. Бынан тыш, был тәбиғәт байлығы невроз ваҡытында тынысландыра, бөйөрҙән таштарҙы сығара, тын юлдарын таҙалай, ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда тиҙерәк йүнәлеүгә булышлыҡ итә.

Йүкә сәскәһен ҡәҙимге сәй кеүек төнәтеп, йылы килеш эсергә. Көндәлек норма – 2-3 сынаяҡ.

Әйткәндәй, йүкәнең дә бер ҡулланырға ярамаған осрағы асыҡланған. Сәскәһенән бешерелгән сәйҙе даими эскәндә ҡапыл күҙҙәрҙең күреү һәләте түбәнәйергә мөмкин. Сәйҙе көн һайын түгел, ә йыш һәм оҙайлы ваҡыт эсеү тураһында һүҙ бара. Бигерәк тә йүкә сәскәһенең сәйен йыл дауамында эсергә ярамай.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: