Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2022, 09:50

Табын ырыуҙары йәштәре байрамы

Ял көндәрендә ҡунаҡсыл Ғафури районында табын ырыуҙары башҡорт йәштәренең IV “Табынфест-2022” республика фестивале уҙғарылды. Уны “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы, “Табыу ырыуҙары берекмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм Ғафури район хакимиәте ныҡлы әҙерлек менән һәм юғары кимәлдә үткәреп ебәрҙе.

Табын ырыуҙары йәштәре байрамы
Табын ырыуҙары йәштәре байрамы
Иҫ киткес матур тәбиғәтле Таш Аҫты ауылы эргәһендәге “Башҡортостан йөрәге” майҙанында Ғафури, Тәтешле, Учалы, Салауат, Ауырғазы, Архангел, Дәүләкән, Балтас райондарынан, күрше Ырымбур өлкәһенән делегациялар араһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, район мәҙәниәт һарайы, Бишауыл-Уңғар, Һәүәләй һәм Иҫке Бәпес ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр артистары, волейболсылары составында беҙҙең район делегацияһы ла спорт ярыштарында, “Табын батыры” һәм “Табын һылыуы”, уҡ атыу, тирмә биҙәү, концерт номерҙары конкурстарында көс һынашты. Ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, күргәҙмә-сауҙа итеү майҙансыҡтарында халыҡ оҫталары милли биҙәүестәр, башҡорт музыка ҡоралдары, түбәтәйҙәр, милли орнаментлы кейемдәр, милли ризыҡтар тәҡдим итте.
Фестиваль Еҙем йылғаһы буйындағы Уҡлы ҡая тауы аҫтында башҡорт яугирҙәренә арналған сираттағы арт-объектты тантаналы асыуҙан башланды. Ғафури район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов йыйылыусыларҙы сәләмләгәндән һуң тарихи ҡомартҡыларҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан бер төркөм әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре Рөстәм Ишмөхәмәтов, «Табын ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, табындарҙың IV йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе Әлфиә Ғимаҙиева, уның урынбаҫары Рәйлә Вәхитова, тарих фәндәре кандидаты, төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев, Табын ырыуҙары берләшмәһе төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, билдәле журналист, яҙыусы, республиканың йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури районының почетлы гражданы Ниязбай Сәлимов, “Любизар” хәрби-тарихи клубы йәмәғәт ойошмаһы Илдар Шәйәхмәтов һәм башҡалар һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң район колонналары ярыштар барған аҡланға юл тотто. Бәйгеләр башланыр алдынан ҡунаҡтар башҡорт һыбайлылары ҡатнашлығындағы бик матур һәм бай театрлаштырылған тамаша донъяһына сумды. Ысынлап та, тамашанан башҡорт рухы, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, милли йолалары бөркөлдө.
Артабан Һәүәләй ауылы ҡыҙы Азалия Рамазанова “Табын һылыуы” исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Ойоштороусылар уларға ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгән ине – ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, жюри ағзаларына аш-һыуға, ҡул эштәренә өйгә бирелгән эштәрен тәҡдим итте, милли йоланан өҙөк, башҡорт милли кейемдәрендә дефиле күрһәтте, ижади номерҙар менән сығыш яһаны. Көсөргәнешле бәйгенән һуң Балтас районы һылыуы “Табын ырыуы” тажына лайыҡ булды. Гран-при бүләген Венера Хәмәтнуроваға фестивалдең ойоштороусыһы Рәйлә Вәхитова тапшырҙы. Ә беҙҙең район һылыуы Азалия Рамазанова маҡтаулы II-се урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Азалия халыҡ бейеүҙәрен башҡарырға ярата, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын өйрәнеү менән мауыға. Уға был һөйөү кесе йәштән ғаиләһендә һалына.
Ҡыҙҙар сәхнәлә бар яҡлап та оҫталыҡтарын күрһәткән арала, егеттәр ҙә “Табын батыры” исеменә таһыллыҡта, сослоҡта, һүҙ-тел маһирлығында көс алышты. Милли көрәштә бил бирмәҫ батыр булараҡ, тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының иғтибарын яулаған Ғафури районы егете Илгиз Сабиров “Табын батыры” исемен яулап, Гран-приға эйә булды. Беҙҙең райондан был бәйгелә Түбәнге Төкөн ауылы батыры Илфат Әлмөхәмәтов ярышты һәм махсус бүләк менән бүләкләнде.
Волейбол буйынса ярыштар көн дауамында барҙы. Райондар командалары менән ныҡышмалы ярыштар һөҙөмтәһендә беҙҙең район спортсылары финалда Ғафури командаһын еңеп, I-се урынды яуланы. Шахмат һәм шашка буйынса ярыштарҙа ла район спортсыларына етеүсе булманы. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Жанна Рәхмәтуллина шахмат буйынса 1-се, шашка буйынса 2-се,Ҡарлыман ауылынан Зөлфәр Хөсәйенов шахмат буйынса 1-се, шашка буйынса 2-се, Ҡарлыман ауылынан Илнур Ғиләжетдинов шахмат буйынса 3-сө, шашка буйынса 1-се урындарҙы алып, Грамоталар һәм бүләктәр яулап ҡайтты.
Шулай уҡ теләүселәр уҡ атыу, армрестлинг буйынса ла ярыштарҙа ла ҡатнашты. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгән арала сәхнәлә райондарҙың үҙешмәкәр артистары әҙерләп килтергән бай һәм сағыу концерт номерҙары күрһәтелде. Унда район мәҙәниәт һарайы артистары Дамир Ишембаев “Тала, тала”ны, Гөлшат йырын башҡарҙы.
Ғафури район хакимиәте табын ырыуының милли кейемен тегеү буйынса оҫталарҙы, табын ырыуының “Күп балалы ғаилә”, “Өлгөлө йәш ғаилә” номинацияларында еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләне. Беҙҙең район йәштәре тирмә биҙәү, төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулау һөҙөмтәһендә дөйөм иҫәптә 2-се урын алыуға иреште һәм микротулҡынлы мейес менән бүләкләнде.
Ләкин, барыһы өсөн дә байрамдың асылы еңеүҙә түгел, ә бай тәьҫораттар, рух күтәренкелеге, табын ырыуы халҡы өсөн ғорурланыу тойғоһо алыу булғандыр, моғайын. Киләһе йылда табын ырыуҙары советы ҡарары менән “Табынфест”ың күсмә вымпелы Балтас районына тапшырылды. Иң боронғо һәм көслө табын ырыуының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәткән, аралашыу һәм татыулыҡ байрамы булып торған “Табынфеста” йәштәр теләп ҡатнашыр һәм тағы ла артыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: