Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 10:25

Фермер яңы техника өсөн гараж төҙөй

Фермер үҙ хужалығындағы техниканы ҡуйыу өсөн бина эшләй башлаған.

Фермер яңы техника өсөн гараж төҙөй
Фермер яңы техника өсөн гараж төҙөй

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы, Хәйбулла фермерҙары йыл һайын яңы техника һатып алыуға ҙур иғтибар бирә.

Районда уңышлы эшләп килгән фермерҙарҙың береһе - Урал Закиров хужалығында йылдан-йыл техника һаны арта. Әйткәндәй, фермер яңы, заманса техникаға өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, былтыр ул “Версатайл” тракторын һатып алған.

Әле эшҡыуар яңы техника өсөн өр-яңы гараж төҙөргә тотонған. Гараж төҙөлөшөн киләһе йылға тамамларға планлаштыралар. Яңы төҙөлгән бинала техниканы һыуыҡ ҡыш көнө яҡшы һаҡлауға ҡуйыуға, шулай уҡ уларҙың эксплуатациялау ваҡытын да арттырыуға ярҙам итәсәк, ти Урал Закиров.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районының ауыл хужалығы бүлегенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: