Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Декабрь 2021, 09:10

Беҙҙекеләр - "Ладья. Ҡышҡы әкиәт" күргәҙмәһендә

Башҡортостан оҫталары һәм һөнәрселәре “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Беҙҙекеләр - "Ладья. Ҡышҡы әкиәт" күргәҙмәһендә
Беҙҙекеләр - "Ладья. Ҡышҡы әкиәт" күргәҙмәһендә

Республиканың коллектив экспозицияһы ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” халыҡ-ара юбилей күргәҙмәһендә иң сағыу һәм үҙенсәлеклеләренең береһе булды. Халыҡ художество кәсептәре предприятиеларының һәм һөнәрселәрҙең күргәҙмәлә ҡатнашыу мөмкинлеге республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килде.

- Башҡортостан оҫталарының үҙенсәлекле эштәре һәр ваҡыт хендмейд һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Быйыл күргәҙмәлә 20 оҫтаның һәм һөнәрсенең изделиелары тәҡдим ителә, уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендәге сараға сыҡты. Ойоштороу сығымдары милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә компенсацияланды, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Делегация составына “Урал тау-геология агентлығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Девятов һәм Ко” художество оҫтаханаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Салауат” ательеһы, Ирина Бойкова, Любовь Алексеева, Дмитрий Семенцов, Арыҫлан Бикбаев, Илгиз Вәлиев, Алһыу Әбсәләмова, Елизавета Тихонова, Зөлфиә Краснова, Марианна Татаринова, Анна Яхина, Владимир Мясников, Олеся Ғәзизова, Алексей Филиппов, Элеонора Саунина, Светлана Куликова, Марат Сәлихов һәм Гөлнара Нафиҡова ингән.

Төбәк стендында ағастан, керамиканан, пластиктан, ҡағыҙҙан, тәбиғи таштан эшләнгән эштәр ҡуйылған. Оҫталар күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы билдәле милли брендтар: бал, шәлдәр, республика символикаһы төшөрөлгән этник изделиелар менән таныштырасаҡ.

– Күргәҙмәлә ҡатнашыу – эшлекле бәйләнештәр булдырыу, һөнәрселек эшенең яңы йүнәлештәре һәм үҫеш тенденциялары тураһында белеү өсөн шәп сәбәп, – тине халыҡ-художество кәсептәре үҙәге етәксеһе Татьяна Сайгина.

“Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” фестивале 15 йыл элек башланды һәм Рәсәйҙә халыҡ художество кәсептәрен сағылдырыусы иң ҙур сараларҙың береһе булып тора. Быйыл күргәҙмәлә илдең 72 төбәгенән меңдән ашыу ойошма, ижади берекмәләр һәм оҫталар ҡатнашты. Күргәҙмә-йәрминкә 2021 йылдың 19 декабренә тиклем дауам итә.

Билдәле булыуынса был эшҡыуарҙарға булышлыҡ иткән милли проект (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.


ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-19/be-ekel-r-ladya-ysh-y-ki-t-k-rg-m-end-2626370 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: