Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2021, 09:25

Аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға?

Финанс блогеры Дүртөйлө уҡыусыларына был турала файҙалы кәңәштәр биргән.  

Аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға?
Аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға?

Дүртөйлө ҡалаһындағы В.Н. Горшков исемендәге Йәштәр үҙәгендә “Финанс грамоталығы дәресе: Аҡыл менән тотон” тип аталған сара ойошторолдо. Унда барыу өсөн билетты “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Пушкин картаһы” программаһы буйынса алырға була ине.

Әлеге ваҡытта балаларҙы бәләкәй саҡтан аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтергә кәрәк. Йәш ата-әсәләр аҙна һайын үҙҙәренең балаларына аҡса тотоноу өсөн мөмкинлек бирә – йә ҡулаҡса, йә пластик карталар.

Дәресте блогер, “Инвестициялар нолдән” тип аталған курс авторы Илнур Әғләмов үткәрҙе. Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусылары финанс инструменттары тураһында тулы мәғлүмәт алды. Дәрес бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Ошоноң кеүек саралар финанс баҙарының профессионалдары менән йәнле аралашыу, ҡарар ҡабул итеүгә яуаплы һәм грамоталы ҡараш тыуҙырыу мөмкинлеге бирә.

Лектор уҡыусыларға шәхси аҡса планлаштырыу, инвестициялар яһау, страховкалау, банк карталарының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Айырым иғтибарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға бүлде.

Сара һуңында балалар лекторға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биргән һәм яуаптар алған.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект "Культура") ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.


ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан


Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: