Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Декабрь 2021, 09:30

Әнүәр Усманов: “Иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәү”

Ул быйыл 16,2 миллион һумлыҡ “Ғаилә фермаһы” грантын отто.

Әнүәр Усманов: “Иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәү”
Әнүәр Усманов: “Иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәү”

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикалағы ауыл эшҡыуарлығы субъекттарына 620 миллион һумдан ашыу күләмдә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, шуның ҙур өлөшө – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы “) милли проекты сиктәрендә.

– 2021 йылда Башҡортостанда иң яҡшы ғаилә фермаларына грант ярҙамы күрһәтеүгә 253,4 миллион һум йүнәлтелде, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Дәүләт ярҙамының ошо төрөн алыуға конкурста 28 фермер еңеп сыҡты

Көйөргәҙе районынан фермер Әнүәр Усманов – еңеүселәрҙең береһе. Ҙур стажға һәм тәжрибәгә эйә аграрий ауыл хужалығынан башҡа ерҙә эшләүен күҙ алдына ла килтермәй. Ер эшенә һөйөүе, тырышлығы һөҙөмтәһендә ул быйыл 16,2 миллион һумлыҡ “Ғаилә фермаһы” грантын ота алды.

Районда иң ҙурҙарҙан һаналған Усмановтарҙың хужалығы грант алыу менән һиҙелерлек үҙгәрҙе. Фермерҙар 150 тана, мал аҙығы йыйыу комбайны, сапҡыс һатып алды. Быларҙың барыһы ла хужалыҡта төп йүнәлеште тәшкил иткән һөт малсылығын яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

– Иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмәү, – ти Әнүәр усманов. – Кәйеф менән, уйлап эшләһәң, мотлаҡ уңышҡа өлгәшәһең. Башлаған эште ярты юлда ташларға, туҡтап ҡалырға ярамай. Эштә миңә ғаиләм ярҙам итә, ул минең төп таянысым, ярҙамсым.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/416443/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-12/n-r-usmanov-i-m-ime-t-sh-nk-l-kk-birelm-2616009 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: