Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2021, 09:35

Бер ниндәй ауырлыҡ та кәртә түгел

Хәйбулла районының Степной ауылы фермеры мал ҡышлатыу осорон ныҡлы әҙерлек менән ҡаршылай.

Бер ниндәй ауырлыҡ та кәртә түгел
Бер ниндәй ауырлыҡ та кәртә түгел

Бөгөн малсылыҡ тармағы эшҡыуарҙары өсөн иң ауыр осор башланды. Улар мал ҡышлатыу ваҡытын имен-һау сығырға ниәтләй. Йылдың ҡоро килеүе был тәңгәлдә эштәрҙе бер аҙ тотҡарлаһа ла, тырыш фермерҙар мал аҙығын тейешенсә туплай алды. Республика етәкселеге лә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы ҙур ярҙам күрһәтә.

Степной ауылынан “Тазетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы районда уңышлы эшләп килгәндәрҙең береһе. Уңған, тырыш, алдынғы ҡарашлы Илгиз Тазетдинов 2013 йылда ғаиләһе менән берлектә малсылыҡ һәм игенселек йүнәлешендә эш башлай. Колхоздан ҡалған ферма биналарын алып ремонтлай.

– Ҡышҡа әҙербеҙ. Мал аҙығы етерлек күләмдә. Хужалыҡты артабан да үҫтерәбеҙ, – тип йылы ҡаршы алды беҙҙе фермер.

Әлеге мәлдә хужалыҡта 100 баш һыйыр малы бар, уларҙың 30-ы - һауын һыйыры, 30-ҙан ашыу баш йылҡы һәм һарыҡ үрсетелә. Фермерҙың ҡатыны Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы аппараттар ярҙамында һөттө бер үҙе һауып өлгөртә.

– Продукциябыҙға ихтыяж бар. Һөттө килешеү буйынса Мәләүез ҡалаһынан өйҙән килеп алалар, – ти хужалыҡ башлығы. — Һөт әсей тип ҡурҡмайбыҙ: һыуытҡыстар бар. Йәйгеһен уны бер ай эсендә туғыҙ тонна тапшырҙыҡ.

Малдарына бесән-һаламды фермер нигеҙҙә үҙе әҙерләй. 700 гектар майҙанда арпа, бойҙай, көнбағыш, һоло культуралары сәселә. 110 гектарҙа - бесән. Тик йылдың ҡоро, эҫе килеүе сәсеүлектәрҙе әрәм иткән. Шулай ҙа фермер төшөнкөлөккә бирелмәй. Уға ҡатыны Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы һәм улы Айгиз һәр яҡлап ярҙам итә. Шулай уҡ хужалыҡта Илнур Тазетдинов, Сергей Корнеевтар эшләй. Барыһы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай. 

Хужалыҡта "Т-150", "Беларусь" тракторҙары, сәсеү комплекстары, тырма, ике урып йыйыу комбайны бар. Быйыл уңыш мул булмаһа ла, фермер 71 пайсыһына иген өләшкән.

— Тырышһаң, барыһын да булдырырға мөмкин. Бер нигә ҡарамаҫтан, ҡышҡа етерлек мал аҙығы запасы туплап алдыҡ. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Киләсәктә хужалыҡты киңәйтергә ниәтләйем, дәүләт ярҙамы алып, ферма төҙөп, “симменталь” тоҡомло мал һатып алырға планлаштырам, — ти ныҡлы ышаныс менән алға атлаған Илгиз Тазетдинов.

Күренеп тора: фермала мал иркен йөрөһөн өсөн ялан кәртәләр эшләнгән, эшселәр өсөн йылы бүлмә бүленгән, уңайлыҡтар булдырылған. Һәр нәмә үҙ урынында, тәртиптә.

Биләмәлә пилорама бар. Ағас алып килеп, ферманы кәртәләйҙәр. Малды һуғарырға һыу булмау сәбәпле, үҙ көстәре менән дамба күтәрәләр. Ғөмүмән, даимилыҡ, эшләй белеү, ауыл яҙмышы һәм үҫеше өсөн хеҙмәт итеү – Илгиз Мәрхәмәтдин улының йәшәү асылы.

Ауыл тормошон, малдарҙы, ер эшен яратҡан, шуның менән бәхетле була белгән, хеҙмәтен ҡәҙерләгән кешеләр оло хөрмәткә лайыҡ.

Фото һәм сығанаҡ: Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: