Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Декабрь 2021, 10:25

WorkShop яңы мөмкинлектәр аса

Сара барышында спорт һәм ижади тематикаға иғтибар бирелде.  

WorkShop яңы мөмкинлектәр аса
WorkShop яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙәр “Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә Өфөнөң 450 йыллығына арналған “Бөтәһе өсөн дә ижади проекттар” оҫтаханаһы (WorkShop) эшләне.

Унда әүҙем йәштәр, конкурстарҙа еңеүселәр, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Сара барышында спорт һәм ижади тематикаға иғтибар бирелде. Дүрт команда һәр тема буйынса уҡыусылар, студенттар өсөн саралар үткәреүҙең үҙенсәлекле алымдарын тәҡдим итте.

WorkShop балалар менән эшләүҙә инновациялы ҡараштарҙы асыҡлауға, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Мәғлүм булыуынса, “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә Башҡортостанда өҫтәмә белем биреүҙең төбәк системаһын үҫтереүҙең айырым маҡсатлы моделе ғәмәлгә индерелә. Уның төп бурыстарының береһе – балалар менән эшләүҙә яңы алымдар һәм формалар уйлап табыу.

Әйткәндәй, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Мәғариф” (“Образование”) милли проектына ярашлы, Төбәк өҫтәмә белем биреү модель үҙәге ойошторолдо. Ул айырым маҡсатлы моделде ғәмәлгә индереү йәһәтенән әүҙем эш алып бара.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/416573/

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-12/workshop-ya-y-m-mkinlekt-r-asa-2616006 

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: