Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Декабрь 2021, 09:13

Геология музейында бай коллекция тупланған

Ошо көндәрҙә “Эксперт” ғаилә кластары балалары Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалына килде.  

Геология музейында бай коллекция тупланған
Геология музейында бай коллекция тупланған

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьскийҙағы филиалы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектына һәм “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, һөнәри йүнәлеш биреү эшен иғтибар үҙәгендә тота.

Ошо көндәрҙә “Эксперт” ғаилә кластары балалары Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалына килде. Йәш тикшеренеүселәр геология буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Дәресте геология-минералогия фәндәре кандидаты, “Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм эшкәртеү” кафедраһы доценты Лариса Петрова үткәрҙе. Балалар филиалдағы геология музейын ҡарап сыҡты, минералдарҙың, тау тоҡомдарының һәм аҫыл таштарҙың үҙенсәлектәре, уларҙы көнкүрештә һәм сәнәғәттә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында байтаҡ яңылыҡ белде, экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнде.

– Беҙҙең музейҙа Урал буйындағы минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының уникаль коллекцияһы тупланған. Ул Көнбайыш-Урал төбәгендәге тәбиғи таштарҙың иң бай йыйылмаһын тәшкил итә, – тине Лариса Вениаминовна.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/192666

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/192666

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-13/geologiya-muzeyynda-bay-kollektsiya-tuplan-an-2617444 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: