Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Декабрь 2021, 09:45

Төп дәүләт байрамы айҡанлы

Илебеҙҙең, йәнтөйәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге үҙебеҙгә, хеҙмәтебеҙгә, беҙҙең граждан яуаплылығына бәйле.

Төп дәүләт байрамы айҡанлы
Төп дәүләт байрамы айҡанлы

12 декабрҙә бөтә ил иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй Конституцияһы көнө билдәләнде.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектының “Социаль әүҙемлек” һәм “Ватансылыҡ тәрбиәләү” федераль проекттарына ярашлы, Дүртөйлө ҡалаһында Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте әүҙемселәре – “Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендәге “Лидер мәктәбе” берекмәһе ирекмәндәре “Рәсәй триколоры” акцияһын ойошторҙо. Улар ҡала халҡына Рәсәй флагы төҫөндәге таҫма таратты һәм байрамдың тарихы тураһында һөйләне.

“Яҡташтар акцияға ҙур теләк менән ҡушылды, сувенирҙар өсөн ихлас рәхмәт әйтте. Сара барышында 300-гә яҡын таҫма таратылды. Төп дәүләт байрамына арналған “Триколор таҫма” акцияһы яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл коронавирус таралыуы шарттарында ул айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булып, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтте. Илебеҙҙең, йәнтөйәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге үҙебеҙгә, хеҙмәтебеҙгә, беҙҙең граждан яуаплылығына бәйле. Ә Рәсәй флагы – рәсәйҙәрҙең төп ғорурлыҡ, ватансылыҡ һәм берҙәмлек символдарының береһе!” – тине район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, физик культураны, спортты һәм туризмды үҫтереү бүлеге баш белгесе, акцияны ойошторусыларҙың береһе Рина Мосабирова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/193046

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/193046

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-13/t-p-d-l-t-bayramy-ay-anly-2618197 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: