Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Декабрь 2021, 10:50

Ҡарттар йортона эләкмәһендәр өсөн...

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә oлo йәштәге 29 миллион самаһы кеше индексациялана барған пенсия ала. Ике меңдән ашыу социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы эшләй, 232 меңдән ашыу кеше махсус стационарҙарҙа йә­шәй.  

Ҡарттар йортона эләкмәһендәр өсөн...
Ҡарттар йортона эләкмәһендәр өсөн...

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы хәстәрләү йәһәтенән яңы проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа бер Мөрәжә­ғәт­намәһендә былай тип әйтеп үткәйне: “Беҙҙең әхлаҡи бурысыбыҙ – ил үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән өлкән быуы­нды һәр яҡлап хәстәрләү. Ололар­ҙың әүҙем һәм һау-сәләмәт йә­шәйеше оҙайлы булһын өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу зарур”.

Эйе, өлкән быуын кешеләренең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө тураһында иҫкә төшөрөү - һәммәбеҙҙең  уртаҡ бурысы ул, сөнки был проблема йылдан-йыл көнүҙәк була бара.

Ғөмүмән, бөгөн Рәсәйҙә ололарға иғтибар ҙур, сөнки эшкә яраҡлы граждандар араһында өлкән йәштәгеләр һаны йыл­дан-йыл арта (әле улар­ҙың эшкә яраҡлылар араһындағы дөйөм күләме 20 процент самаһы), улар халыҡтың иң күп һанлы демографик һәм социаль төр­көмдәренең береһен тәшкил итә.

Медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге заман ҡаҙаныштары уртаса ғүмер оҙонлоғон арттырһа ла, шул уҡ ваҡытта репродуктив күрһәткестәрҙең кәмеүе үлемдең тыуымдан артығыраҡ булыуына килтерә. Ошо шарттарҙа йәмәғәт­селек һәм дәүләт ойошмалары оло йәштәгеләрҙең йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн камилыраҡ шарттар булдырырға тейеш, сөнки беҙҙең өлкәндәрҙең тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһенә мохтажлығыбыҙ бар.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә oлo йәштәге 29 миллион самаһы  кеше индексациялана барған пенсия ала. Илебеҙҙә ике меңдән ашыу социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы эшләй, даими тәрбиә һәм ярҙам талап ителгән 232 меңдән ашыу кеше махсус стационарҙарҙа йә­шәй. Өлкән йәштәгеләрҙең күпселеге дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында һаулығын нығыта. Ошо йүнәлештә эшләгән бихисап ведомстволарҙың эшмәкәрлеген бер юҫыҡҡа бороу ололарҙы хәстәрләү өсөн дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланырға ярҙам итә.

Шуныһы ла мәғлүм: етди матди, социаль, психологик ярҙам күрһәтеү эштәре ойошторолһа ла, беҙҙең дәүләттә оло йәштәгеләр барыбер мохтажлыҡ кисереүен дауам итә. Күпселек осраҡта был – хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡан кешеләр.

Пенсионерҙарҙың килем күләме, әлбиттә, эшләп йөрөгәндәрҙекенән түбәнерәк. Был, үҙ сиратында, кешенең ғаиләләге, йәмғиәттәге урынын үҙгәртә, төрлө тормош хәл­дәре алдында көсһөҙләндерә. Шуға ла пенсионерҙарға ва­ҡы­тында дәүләт ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ улар эшләгән предприятие йәки төрлө фондтар тарафынан да иғтибар күрһәтеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ғөмүмән, социаль гарантиялар һәм граждандарҙы сифатлы социаль яҡлау күрһәткестәре – мәҙәни яҡтан үҫешкән, алдынғы дәүләттең төп билдәләренең береһе ул.

Төп проблема шунда: пенсия йә­шенә еткән кеше хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки сикләү менән уның донъяуи ҡиммәттәре, ғәҙәттәре, тормош йүнәлештәре үҙгәрә, күп ғәмәлдәрҙе ҡабаттан ҡарарға, яңы шарттарға яраҡла­шырға тура килә. Бәләкәй пенсия, эшкә урынлашыу мөмкинлегенең түбән булыуы кеүек көнүҙәк проб­лемалар эргәһенә, ғәҙәттә, социаль яңғыҙлыҡ мәсьәләһе лә өҫтәлә.

Әлбиттә, был проблемаға дәүләт ҙур иғтибар бүлә: оло йәштәгеләр өсөн төрлө проекттар тормошҡа ашырыла, акциялар ойошторола. 

Тиҙҙән илебеҙҙә тормошҡа ашырыласаҡ яңы программа ла – ошо иҫәптән. Ошо көндәрҙә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “2022 йылда өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы  оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау буйынса системаны индереүгә әҙерлек хаҡында”  доклады менән сығыш яһаны.

Эйе, ил халҡының  “ҡартая” барыуы – көнүҙәк мәсьәлә,  был күптән нығынған  социаль-демографик тенденция булып тора һәм шул иҫәптән йәмғиәттә социаль хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтарының да  роле арта. Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы  оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау буйынса системаны ойоштороу ихтыяжы дәүләт тарафынан билдәләнгән. Шул иҫәптән “Демография” милли проектының  “Өлкән йәштәгеләр” федераль проекты буйынса, 2024 йылға тиклем, Рәсәйҙә, ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш.

Яңы системаның маҡсаты  – хеҙмәтләндереүгә, ҡарауға мохтаж граждандарҙың тормош сифатын тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү, социаль хеҙмәтләндереү ысулын һайлау мөмкинлеген биреү. Проектҡа ярашлы, кешенең мохтажлыҡ кимәле  асыҡланасаҡ һәм унан сығып, оҙайлы ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙең социаль пакеты билдәләнәсәк.

Башҡортостан был йәһәттән 2022 йылдан башлап ошо пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ ил төбәктәре араһында. Ленара Иванова әйтеүенсә, 2019-2021 йылдарҙа Башҡортостан  бындай төбәктәр исемлегенә инмәһә лә, әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барылған: норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индерелгән, стационар учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытылған,  хеҙмәтләндереүсе персоналға уҡытыу ойошторолған, яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралған.

Республикала был йәһәттән ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, баш ҡалының “Бәхет” автономиялы ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы оҙайлы ҡарау  буйынса уңышлы тәжрибәһе бар.  Уларға “Ҡартлыҡ - шатлыҡ”, “Йәшәү рәүеше” мәрхәмәтлелек фондтары грант сараларын йәлеп итеү йәһәтенән ярҙамға килгән. Бында 565 кеше социаль хеҙмәтләндереү ала, 87 кешегә аҙнаһына 28 сәғәттән дә кәм булмаған оҙайлы хәстәр күрһәтелә.

–  Тәүге сиратта был социаль эш өлкән  йәштәгеләрҙең һәм инвалидтарҙың ололар йортона эләгеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Был маҡсат тормошҡа ашырылды – улар үҙ йорттарында йәшәй,  –  ти Ленара Иванова.

Шулай уҡ 2019 йылда  элекке Өфө йорт-интернаты  нигеҙендә булдырылған,  “Именлек” Республика геронтология үҙәге тип үҙгәртелгән  учреждение республикала оҙайлы хеҙмәтләндереү системаһын булдырыу йәһәтенән  мәғлүмәти-методик һәм ресурс базаһы булып тора. Бында хәстәрләүгә мохтаж кешеләрҙең  туғандарын  үҙ яҡындарын тәрбиәләү үҙенсәлектәренә өйрәтәләр, реабилитациялауҙың техник сараларын ҡуртымға биреү пункты ла  эшләй.

Шулай уҡ “Демография” милли проектының “Өлкән йәштәгеләр” федераль проектына  ярашлы быйыл йәй  баш ҡаланың Орджоникидзе районының элекке граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлеге нигеҙендә яңы стационар ойошторолған. Был изге башланғыс хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур булып сыҡҡан, ул бик ваҡытлы булған һәм күптәр әле лә бында теләп йөрөй.

- Бында социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Күп кенә өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар үҙҙәрен ҡарай алмай, күбеһенең когнитив функциялары түбән, - ти “Именлек” республика геронтология үҙәге етәксеһе Зөлфирә Маскулова.

Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаждар менән белгестәр шәхсән шөғөлләнә, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клуб та эшләй. Унда ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, аҡыл эшмәкәрлеген  яҡшыртҡан уйындар уйнарға, сәләмәтлекте нығытыу буйынса төрлө күнегеүҙәр эшләргә була, скандинав атлауы түңәрәге бар. Гимнастика һәм тренажёр залында күнекмәләр үткәрелә, компьютер грамотаһы буйынса курс эшләй.

Өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы  оҙайлы ваҡыт дауамында хәстәрләү буйынса системаны индереүҙең тағы бер үҙенсәлеге:  проблема хаҡында ғариза яҙып, мөрәжәғәт итеү  принцибы проблеманы асыҡлау принцибы менән алмашасаҡ, йәғни медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләккән һәм ҡарауға мохтаж кешеләр туранан-тура социаль хеҙмәткәрҙәргә эләгәсәк һәм уларҙың тормошон яйға һалыу менән белгестәр шөғөлләнәсәк, яҡындарын да йәлеп итәсәк.

Фото:  api.rbsmi.ru

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-07/arttar-yortona-el-km-end-r-s-n-2609791 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: