Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 10:30

Яугилделәр яңы клублы була

Ҡариҙел районының Яугилде ауылында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто асыласаҡ.

Яугилделәр яңы клублы була
Яугилделәр яңы клублы була

Рәсәй дәүләте Президенты В.В. Путин 2018  йылдың 7 майындағы указы менән илдә бик матур башланғысҡа – милли проекттарға нигеҙ һалды. Уларҙың барыһы ла ил халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы, ял һәм белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, һаулығын нығытыуҙы һәм башҡа бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Ошо проекттар араһында “Мәҙәниәт” тигәне лә бар. Уның эсенә өс федераль проект – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт” инә. Был программаға илдең бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларында  мәҙәни тормошто йәнләндереү, төрләндереү, сифатын яҡшыртыу бурыстары һалынған.

“Мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашыра башлағаны бирле республикабыҙҙың  мәҙәниәт өлкәһе лә ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе: тиҫтәләгән ауыл клубтары яңыртылды, мобиль китапханалар, яңы кинозалдар  асылды, мәҙәни усаҡтар булмаған алыҫ ауылдар халҡы автоклубтар менән тәьмин ителде, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килде.

Әйтәйек, ниндәйҙер райондың бер ауылында мәҙәниәт йорто бөтөнләй юҡ. Элек халыҡ концерт, кино йә спектакль ҡарар өсөн күрше ауылдарға йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер клуб ауылдарға “үҙе килә”.  Автоклуб халыҡҡа мәҙәниәтте “яҡынайтырға” ярҙам итә лә инде. Был махсус машина ниндәйҙер ярты сәғәт эсендә юғары технологиялы сәхнәгә әүерелә ала. Автоклуб эсенә концерт, кино күрһәтер өсөн кәрәккән бөтә нәмә – сәхнә, яҡтылыҡ һәм тауыш мультимедиа  аппаратураһы һыя. Уны ауыл ерендә тантаналы саралар, театрлаштырылған тамашалар, концерттар үткәргәндә файҙаланырға була.

Мәҙәниәт һәм ял учреждениелары, китапхана булмаған ауылдарға, халыҡтың ялын ойошторор өсөн, автоклуб менән артистар ҙа, китапханасылар ҙа килә ала. Күптән түгел Салауат районы шундай “мөғжизәле” автоклубҡа эйә булғайны. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев: “Декабргә автоклуб эше буйынса план төҙөлдө. Тәүге концертты яңы Сүрәкәй ауылы кешеләре ҡараясаҡ”, – ти.

Ә оҙаҡламай Ҡариҙел районының Яугилде ауылында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто асыласаҡ. Ул 150 урынға иҫәпләнгән. Әлеге мәлдә төҙөү, эске биҙәү эштәре бара. Бындай күләмле эштәр тап “Мәҙәниәт” милли проекты биргән мөмкинлек арҡылы тормошҡа ашырыла ла инде. Бында “Республика адреслы инвестиция программаһы” ла йәлеп ителгән.  

Әле күп функциялы клуб өсөн көҙгө, ҡәнәфиҙәр, һанлы пианино һәм синтезатор, музыкаль үҙәктәр, көнкүреш йыһаздары, һыу йылытыу, спорт ҡорамалдары, музыка ҡоралдары һәм хореография станоктары һатып алыу буйынса аукциондар тамамланған. Яңы клубтың ҡыйығы ябылған, газ  ҡаҙанлығы эшләтеп ебәрелгән, клуб бинаһына йылы бирелгән. Болдорҙо монтажлау, ингән ерҙә плитә һалыу эштәре бара. Биҙәү, биләмәне күркәмләндереү эштәре лә әүҙем башҡарыла.

Клуб янына балалар майҙансығы ҡуйылған. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу буйынса сауҙа бара. Бар эштәр ҙә теүәлләнгәс, Яугилде халҡы бөтөнләй икенсе, яңы, заманса, күпкә бай һәм төрлө мәҙәни тормошҡа сумасаҡ, уларҙың тормош-көнкүреше башҡа икенсе төҫ аласаҡ, тигән һүҙ.

Ошо бер-ике генә миҫал да “Мәҙәниәт” милли проектының ябай ауыл халҡы тормошон йәнләндереү генә түгел, йәмләндереү буйынса ла ни тиклем күләмле эштәргә юл асыуы тураһында һөйләй.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

һүрәттә: Яугилде ауылы клубы күҙгә күренеп йәмләнә.

Динат Сәғәтдинов фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-08/yaugildel-r-ya-y-klubly-bula-2611652 

Автор:Равиля Гатауллина
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: