Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 22:37

Ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө дауам итә

Әле объект 80 процентҡа әҙер. Төҙөлөштө киләһе йыл башында тамамларға ниәтләйҙәр.

Ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө дауам итә
Ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө дауам итә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, СИБУР компанияһы “ПОЛИЭФ”та ҡояш электр станцияһын төҙөүҙе дауам итә. Әле 10080 фотоэлектр модуле ҡуйылған, уларҙы инверторҙарға тоташтыралар. Трансформатор ярҙамсы станцияһын ҡора башлағандар.

Электр станцияһының проект ҡеүәте 4,9 МВт самаһы тәшкил итәсәк. Был Башҡортостанда эшләгән барлыҡ ҡояш электр станциялары ҡеүәтенең 7,1 процентына тиң. Әле объект 80 процентҡа әҙер.

Проект предприятиеның энергетика балансындағы “йәшел” электр энергияһы өлөшөн байтаҡҡа арттырып, производствола углерод эҙен кәметәсәк. Төҙөлөштө киләһе йыл башында тамамларға ниәтләйҙәр.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республикалағы иң ҙур предприятиеларҙың береһендә ошондай технологияны ғәмәлгә индереү “йәшел” ПЭТ-гранулдар етештереүҙе тулыһынса тәьмин итәсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектында билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/415123/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/189481

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-07/oyash-elektr-stantsiya-y-t-l-sh-dauam-it-2609805 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: