Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 11:09

Мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Ошо маҡсатта республикаға федераль бюджеттан 400 миллиондан ашыу һум аҡса йүнәлтелде.

Мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө дауам итә.

Ошо маҡсатта республикаға федераль бюджеттан 400 миллиондан ашыу һум аҡса йүнәлтелде. Дәүләт заказсыһы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы иҫәпләнһә, генераль подрядсы бурыстарын “1-се төҙөлөш идаралығы”йәмғиәте үҙ иңдәренә алған.

Мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала спорт залы, иркен ашхана, тантана залы, кабинеттар, киң коридорҙар буласаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары айырым блокта ҡаралған. Бинаға ингән урында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандустар хәстәрләнәсәк, ә эстә ике лифт буласаҡ.

Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар ҡаралған. Проектҡа ярашлы тантаналы саралар һәм ял урындары ла булдырыласаҡ.

Объекты төҙөү быйыл йәй башланғайны. Бөгөнгә 50 процент эш башҡарылған. Төҙөүселәр канализация, һыу, йылылыҡ селтәрҙәрен үткәргән, әле төп бина күтәрелә, тәҙрәләр ҡуйыла, шул уҡ ваҡытта мәктәптең тышҡы яғы ла эшләнә.

Эштәр графикка ярашлы башҡарыла. Төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда тамамланасаҡ, тип күҙаллана.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: