Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2021, 10:30

Ағас ҡалдығы файҙа килтерәсәк

Бөрөләр уны дөрөҫ ҡулланырға өйрәнгән. Был тәжрибә башҡа райондарға ла өлгө булып тора.

Ағас ҡалдығы файҙа килтерәсәк
Ағас ҡалдығы файҙа килтерәсәк

Ошо көндәрҙә Бөрө ҡалаһында “Төҙөкләндереү идаралығы” учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре GreenMech СhipMaster 220 TMP  ботаҡтарҙы ваҡлау ҡорамалына һынау уҙғарҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Антон Талалов ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Төҙөкләндереү идаралығы” вәкилдәре белдереүенсә, тракторға беркетелгән ваҡлағыс ағас ҡалдыҡтарын ваҡ тапсыҡҡа эшкәртеүҙә бик һөҙөмтәле. “Беҙ был ҡорамалды контейнер майҙансыҡтарын ботаҡ массаларынан таҙартыу өсөн алдыҡ. Бындай алым ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә киткән сығымдарҙы кәметергә һәм ҡала бюджеты аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Тракторға ваҡлағыс ҡорамалды монтажлау өсөн сәғәт ярым тирәһе ваҡыт сарыф ителә. Ул аҙна дауамында тест режимында эшләйәсәк”, - тип бәйән итә Антон Талалов.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, төбәктә контейнер майҙансыҡтарының ағас ҡалдыҡтары, бигерәк тә ботаҡ массалары менән сүпләнеү проблемаһы киҫкен. Был тәжрибә башҡа муниципаль район етәкселәренә лә өлгө булып тора. Яңы технологияны үҙләштереү район биләмәләрен төҙөкләндереп кенә ҡалмаясаҡ, ваҡ тапсыҡтарҙы тупраҡ структураһын яҡшыртыу, дымлылыҡты арттырыу өсөн дә ҡулланырға буласаҡ.

Ошо рәүешле, ағастар яңы сифатта икенсе һулыш ала. Тәбиғи органик продукт булараҡ, улар тиҙ серей һәм тирә яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.

Бындай технологияларҙы ҡулланыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) "Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙе булдырыу" төбәк проектында ҡуйылған күрһәткестәрҙең һөҙөмтәһен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Фото: Антон Талалов сәхифәһенән.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-02/a-as-aldy-y-fay-a-kilter-s-k-2603774 

Автор:Римма Султанова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: